

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу һәр кемдең изге бурысы. Ошоға сараға бәйле дәүләт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, билдәле кешеләр, ғалимдар фекере менән уртаҡлаша.
Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов та күп милләтле Башҡортостан өсөн халыҡ иҫәбен алыу сараһының ни тиклем мөһим булыуын белдерҙе.
– Үҙемде ил тарихына яҙҙым. Һәр кемде Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа мотлаҡ ҡатнашырға саҡырам. Был сара үтә лә мөһим. Иҫәп алыу беҙҙең һанды ғына күрһәтмәй, ә беҙҙең кем һәм ниндәй булыуҙы, нисек йәшәүебеҙҙе күрһәтә. Мәғлүмәттәр нигеҙендә пенсияға, балалар пособиеһына, күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары кеүек мөһим дәүләт ҡарарҙары ҡабул ителә. Иҫәп алыуҙа ҡатнашыуҙан ҡасып, үҙебеҙҙең социаль яҡланыу мөмкинлегебеҙҙе кәметәбеҙ. Республикаға ауыл биләмәләрен һәм моноҡалаларҙы үҫтереү программалары, мәшғүллек мәсьәләләрен хәл итеү өсөн айырыуса мөһим. Иҫәп алыу – төбәктең һәм илдең киләсәккә үҫешен алдағы йылдарға төҙөү.
Халыҡ иҫәбен алыу һорауына яуап биргәндә "башҡорт" тип яҙылдым һәм тыуған телемде лә "башҡорт" тип күрһәттем. Был минең ата-бабаларымдың теле, тәүге һүҙҙәрҙе ле ошо телдә әйттем. Беҙ донъялағы ҙур һәм күп милләтле илдә йәшәйбеҙ, иҫәп алыу һәр кемгә милләтебеҙҙе таныу, тамырҙарыбыҙҙы иҫләү мөмкинлеген бирә. Иҫәп алыу һөҙөмтәләре Рәсәйҙең төрлө милләтле халҡы мәҙәниәтен һәм телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә үлсәлгән, киләсәкте күҙ уңында тотҡан сәйәсәтте алып барыуға булышлыҡ итәсәк, – тип уртаҡлашты Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Фото: https://www.instagram.com/p/CVkGh4js8wF/.
#госсобраниерб #всероссийскаяпереписьнаселения #перепись2021 #МыБашкиры #БеҙБашҡорттар #безбашҡортлар#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021