Халыҡ иҫәбен алыу
29 Октябрь 2021, 06:34

Үҫеш юлдарын билдәләй

Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре тотош ил һәм айырым төбәктәрҙең артабанғы үҫеш юлдарын билдәләй.

Билдәле шашкасы, халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина ла мөһим кампанияла ҡатнашҡан, халыҡ иҫәбен алыусылар уны йортонда тап итә. Анкетала 33 һорау, әммә милләткә ҡағылышлыһы уның өсөн айырыуса әһәмиәтле.

– Башҡортостандан ситтә тыуып үҫһәм дә, спортсы булараҡ танылыуым тап ошо республика менән бәйле. Һәр саҡ яҡташтарымдың яҡлауын тоям. Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа сығыш яһағанда ла Башҡортостанымдың, башҡорт еренең данын яҡлайым, бының менән ғорурмын. Әлбиттә, мин үҙемде тулы ҡанлы башҡорт тип иҫәпләйем, – ти Тамара Михайловна.

Билдәле журналист, “Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәррире Вячес­лав Голов та халыҡ иҫәбен алыуҙа теләп ҡатнаша. Уның атаһы, билдәле композитор, халыҡ артисы Николай Голов – рус милләтенән, ә әсәһе, данлыҡлы йырсы Мәғфирә Ғәлиева – башҡорт. Вячеслав Өфө­лә бына ошондай ижади ғаиләлә тыуып үҫкән. Ул әсәһенең телен туған теле тип иҫәпләй, башҡортса иркен аралаша, ижад итә.

– Әсәйем – башҡорт, телем дә башҡортса сыҡты. Мине башҡорт өләсәйем тәрбиәләне һәм үҙемде бар булмышым, рухым менән башҡорт тип иҫәпләйем. Әлбиттә, һәр халыҡ иҫәбе алыу кампа­ния­һында башҡорт тип яҙылам һәм был юлы ла шулай тип теркә­ләсәкмен, – ти Вячеслав Голов.

– Илдең социаль-иҡтисади үҫе­шендә халыҡ иҫәбен алыу кам­панияһының әһәмиәте баһалап бөт­көһөҙ. Уның һөҙөмтәһендә тупланған мәғлүмәттәр хеҙмәт баҙарын планлаштырғанда, бюджет ҡабул ителгәндә, халыҡты социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф тармағына бәйле мәсьәләләрен хәл иткәндә кәрәк. Улар әле эшләп килгән програм­маларға көн талабына ярашлы төҙәтмәләр индерергә, яңыларын ҡабул итергә ярҙам итәсәк, – ти Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.

– Власть органдарында эшләү дәүерендә өсөнсө тапҡыр халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашам. 2002 йылда хатта райондағы ауылдарҙың күбеһендә урам исемдәре, йорт һандары юҡ ине. Ә быйылғы иҫәп алыу һанлы форматта үтә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында тормош ни тиклем йылдам үҙгәрештәр кисерә, – ти Илшат Әғзәм улы. – Һуңғы иҫәп алыу буйынса беҙҙең райондың 46 проценты – башҡорттар, шулай уҡ урыҫтар, татарҙар, удмурттар, мариҙар һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй. Район тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән көндәлек эшебеҙҙә уларҙың һәр ҡайһыһының мәнфәғәтен күҙ уңында тотабыҙ. Район халҡына иҫәп алыуҙа ҡатнашып, үҙҙәре лә киләсәкте төҙөргә ярҙам итеүҙәрен аңлатабыҙ.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас