Халыҡ иҫәбен алыу
29 Октября 2021, 08:00

Стационар участкаларҙа ла ҡатнашырға мөмкин

Благовар районынан иҫәпкә алыусы Зөлфиә Хәкимова белдереүенсә...

Стационар участкаларҙа ла ҡатнашырға мөмкинСтационар участкаларҙа ла ҡатнашырға мөмкин
Стационар участкаларҙа ла ҡатнашырға мөмкин

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу экваторҙы үтте, шулай булһа ла иҫәпкә алыусыларҙың эше кәмемәй. Благовар районынан иҫәпкә алыусы Зөлфиә Хәкимова стационар участкалар аша ҡатнашыу өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылыуы хаҡында фекере менән уртаҡлаша.

– Стационар участкаларҙа эшләгән иҫәпкә алыусыларҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырғым килмәй. Иҫәпкә алыусыны өйҙә көтөп ултырмайынса стационар участкаларға барып ҡатнашырға мөмкин булыуы тураһында ла онотмайыҡ. Ҡайҙалыр барырғанда йәки һуңғаса өйҙә булмағанда “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ла һорауҙарға үҙаллы яуап бирергә мөмкин, – тип кәңәш итә Зөлфиә Хәкимова.

Фото: социаль селтәрҙән.

#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #переписчик #переписчикВПН#дневникпереписи #перваяцифровая

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас