

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Шәһит Хамматов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға ҡарата фекерен белдереп, милләттәштәребеҙҙе әүҙем булырға саҡырҙы.
"Дуҫтар, милләттәштәр, башҡорттар, ихлас күңелдән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашырға саҡырам! Беҙ төрлө: кемдер ҡалала, кемдер ауылда йәшәй, кемдер башҡорт булһа ла, башҡортса аңламай. Һәр бер райондың, һәр төбәктең үҙ диалекты бар, үҙҙәренсә һөйләшә һәм нәҡ ошонда беҙҙең үҙенсәлек. Ниндәй генә булһаҡ та, беҙ – башҡорттар! Барығыҙ ҙа сарала ҡатнашайыҡ! Берҙәм булайыҡ! Татыу булайыҡ! Аҡыллы булайыҡ! Ғорурланам башҡорт булыуым менән! Илем, ерем, телем, ҡотом булғанға", – тип белдерә ул социаль селтәрҙә.
Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргә тиклем бара, унда ҡатнашып, үҙебеҙҙе ил тарихына индереп ҡалайыҡ.
Фото: https://vk.com/id21193114
#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан #иҫәптәләһандалабулайыҡ