Халыҡ иҫәбен алыу
2 Ноябрь 2021, 05:30

Ғалимдар халыҡ иҫәбен алыу буйынса нимә уйлай?

Үҙенең милләтенең тарихи яҙмышын уйлаған кеше был саранан ситтә ҡалмаясаҡ.

Ғалимдар халыҡ иҫәбен алыу буйынса нимә уйлай?Ғалимдар халыҡ иҫәбен алыу буйынса нимә уйлай?
Ғалимдар халыҡ иҫәбен алыу буйынса нимә уйлай?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланыуға бары ике аҙна ҡалды. Уйланырға ла ваҡыт ҡалманы, аҙаҡҡа ҡалдырмай ҡатнашырға ашығырға кәрәк. Әле һаман икеләнеп йөрөгәндәргә ғалимдарҙың был сараға ҡарата фекеренә ҡолаҡ һалыу ҙа зыян итмәҫ.

Философия фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр акдемияһы академигы Фәнил Сәит улы Фәйзуллин белдереүенсә, үҙенең милләтенең тарихи яҙмышы хаҡында уйлаған кеше был саранан ситтә ҡалмаясаҡ.

– Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре – халыҡтың тарихи сығышын, уның бөгөнгө хәле һәм киләсәккә үҫешен асҡан нигеҙле документ. Беҙ һәр саҡ үҙебеҙгә һәм киләсәк быуынға ошондай һорауҙарға яуап бирергә тейешбеҙ: “Беҙ ҡайҙан? Бөгөн кем беҙ? Ҡайҙа барабыҙ?” Үҙе бер өлөшө булып торған милләтенең тарихи яҙмышын уйлаған кеше барлыҡ һорауҙарға яуап биргән халыҡ иҫәбендә ҡатнашмайыса ҡалмаясаҡ. Миңә һәм ғаиләмә башҡорт милләтен һаҡлау һәм һанын үҫтереү, уның күп быуатлы инештәрен һаҡлау, уның рухлы һәм данлы йолаларын үҫтереү, башҡа этник берләшмәләр менән килешеп һәм дуҫ йәшәү, быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән ҡиммәттәрҙе йәш быуынға тапшырыу төп тормош ҡағиҙәһе булып тора, – тине Фәнил Сәит улы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябрҙә тамамлана. Ул һанлы булып үтеүе менән үҙенсәлекле - һорауҙарға  "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша яуап бирергә мөмкин. "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша ҡатнашырға теләгәндәр 8 ноябргә тиклем уны атҡарып ҡуйырға тейеш.

Фото: Фәнил Фәйзуллиндың ғаилә архивынан.

#Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи #ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас