

“Бик күп өлкән, аҡыллы кешеләр был процедураға аңлап, тыныс ҡарай. Минеңсә, был йәшәгән урыныңдың статусы өсөн бик мөһим. Ә бит кеше ҡайҙа йәшәгәненә һәм статусына битараф түгел.
Бына минән йыш ҡына Республика көнө байрамының әһәмиәте тураһында һорайҙар. Күптәр был байрамдың мөһим йөкмәткеһен әллә күрмәй, әллә тәрән итеп уйланмай. Минеңсә, һинең йәшәгән биләмәнең статусы бик мөһим. Беренсенән, был - халыҡ хәтере. Республика булараҡ, дәүләтселек элементтары. Улар беҙҙә закон менән нығытылған. Ә был туранан-тура иҫәпкә лә, иҡтисадҡа ла барып тоташа. Халыҡ һаны – был ресурс, унда ғүмер өсөн мөһим йүнәлештәр һалына. Шуға күрә мин иҫәпкә алыу сараһын етди процедура тип иҫәпләйем”, – ти Фидус Әғләм улы.
Ҡайһы берәүҙәр халыҡ иҫәбен алыуҙа “милләт” мәсьәләһе бөгөн көнүҙәк түгел һәм никахтарҙың күп өлөшө әллә ҡасан ҡатнашып бөткән тигән фекерҙә. Фидус Ямалетдинов иһә был пункттың да ни тиклем мөһим икәнлеген аңлатты.
“Теләһә ниндәй административ берәмек булдырыу өсөн беренсел мәғәнәләр булып халыҡ, этнос, милләт, дәүләт, йолалар, мәҙәниәт мәғәнәләре тора. Был нәмәләрҙең бөтәһе лә бер-береһенә бәйләнгән. Шуға күрә мин һанап киткән мәғәнәләрҙең береһен алып ташлау дөрөҫ түгел. Беҙ бөйөк Рәсәй составында. Федераль дәүләт, тик барыбер автономия элементтары менән. Мин ҡайһы саҡта кинәйә менән әйтеп ҡуям: “француздар үҙ ваҡытында республика булдырыу өсөн көрәшеп күпме ғүмерҙәрен һалған, ә беҙгә ул яҙмыш бүләге булды”. Быны ҡәҙерләргә кәрәк. Әле донъя ҡатмарлы, айырыуса иҡтисад өлкәһендә. Бөтәһе лә милли мәнфәғәттәрен үтәргә тырыша. Әгәр беҙ “милләт” мәғәнәһенән бөтөнләй китәбеҙ икән, тимәк, мәғәнәләр юйыла. Былай булыуын теләмәҫ инем. Сөнки беҙҙең бына тигән республикабыҙ, иҫ китмәле еребеҙ, ҙур ресурстарыбыҙ бар. Беҙ яҡшы йәшәргә бурыслы. Бының өсөн тормошобоҙҙо ҡороуға бәйле бөтә һорауҙар комплексын күҙалларға тейешбеҙ”, – ти ул.
Фидус Ямалетдинов халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бер нисә наградаһы булғанын хәтергә төшөрҙө.
“Ниндәй генә ғәмәл булһа ла - дәүләтме ул, бизнесмы йәки йәмәғәт ойошмаһымы, барыһы ла кешеләр ресурсына нигеҙләнә. Шуға күрә беҙгә ниндәй ресурсыбыҙ булыуын, үҙебеҙҙең биләмәне нисек үҙләштереүебеҙҙе белергә кәрәк. Беҙ – бик ҙур ил. Шуға был биләмәне үҙләштереү өсөн ниндәй ресурстарға хужа икәнебеҙҙе белеү зарур. Сәйәсәттә әйтелеүенсә, теләктәр түгел, мөмкинлектәр мөһим. Йыш ҡына үҫеш стратегияһы тураһында һөйләйҙәр. Тик теге йәки был биләмәлә күпме кеше йәшәгәнен белмәй тороп, ниндәй стратегик план төҙөп була һуң? – ти Фидус Әғләм улы. – Мәҙәниәт, закон, ижад, идара итеү, иҡтисад – беҙҙең тормошто тәьмин итеү менән бәйле барлыҡ мәсьәләләр, нисек кенә булмаһын, кешелек материалына барып тоташа. Эшләгәнебеҙҙең барыһы ла ошоноң өсөн. Кешеләр һанын белмәй тороп, нисек мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, хәүефһеҙлек һәм башҡа мәсьәләләрҙе планлаштырып булһын? Һан составы ғына түгел, структураны ла белергә кәрәк. Ниндәй ҡеүәтебеҙ бар - идарасылар өсөн был бик мөһим. Кешеләрҙең үҙаңы өсөн дә. Кем араһында йәшәйһегеҙ, кем янындағыһығыҙ һәм ниндәй мәҙәни мөхиттә йәшәйһегеҙ”.
Фото: trishurupa.ru
#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан #иҫәптәләһандалабулайыҡ