Халыҡ иҫәбен алыу
2 Ноябрь 2021, 03:30

Тәүгә "ҡатнашҡанда" тыумаған да булған

"Элек беҙгә сумка, фонарик, танытма һәм блокнот менән ҡәләм бирәләр ине..."

Тәүгә "ҡатнашҡанда" тыумаған да булғанТәүгә "ҡатнашҡанда" тыумаған да булған
Тәүгә "ҡатнашҡанда" тыумаған да булған

Туймазы районының Серафимовка ауылында йәшәгән әсәле-ҡыҙлы Гөлгөнә һәм Эльвира Ибраһимовтар иҫәпкә алыу стажы буйынса алдынғылар рәтендә тора.

Эльвира Ринат ҡыҙы августа уҙған микро Ауыл хужалығы иҫәбен алыу сараһында ҡатнашып, биш йөҙҙән ашыу хужалыҡты теркәгән. Ҡатын “иҫәпкә алыусы булыу - яҙмыш бүләге ул” тип шаярта. Тәүге сарала “ҡатнашҡанда” ул әсәһенең ҡорһағында булған – ул заманда, 1970 йылда, Гөлгөнә Ибраһимова биш айлыҡ йөклөлөк йөрөткән. Ғөмүмән, ул 1970, 1979, 1989 һәм 2002 йылдарҙағы иҫәп алыу кампанияларында ҡатнашҡан. Һуңғыһында контролер булған.

Гөлгөнә Хәниф ҡыҙы иҫәп алыуға индергән өлөшө өсөн өс тапҡыр тапшырылған күкрәк билдәһен, “Иҫәп алыу-1989” яҙыулы ҡәләмде һәм башҡа атрибуттарҙы ҡәҙерләп һаҡлай.

– Ауылдың йәмәғәт тормошонда һәр ваҡыт ҡатнаштым. Тәүге тәүге тапҡыр халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороуға саҡырғанда уҡ ризалаштым. Үҙ эшемә һәр саҡ яуаплы, намыҫлы ҡарайым. 2010 йылда иҫәпкә алыусы эшенә ҡыҙымды ла йәлеп иттем. Элек беҙгә сумка, фонарик, танытма һәм блокнот менән ҡәләм бирәләр ине. Хәҙер иһә иҫәпкә алыусылар заманса экипировка кейгән, уларға планшеттар таратҡандар, – ти Гөлгөнә Хәниф ҡыҙы.

Бәлки, уның 11 йәшлек ейәне лә иҫәпкә алыусылар династияһын дауам итер. Быйыл йәй ул әсәһенә микро Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу сараһында ярҙамлашҡан. Оҡшаны, ти малай.

Фото: социаль селтәрҙән.  

#дневникпереписчика #Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас