Халыҡ иҫәбен алыу
3 Ноябрь 2021, 06:40

Киләсәгебеҙ өсөн кәрәкле сара

Айгиз Баймөхәмәтов: "Телебеҙҙең йәшәйеше, ҡулланылышы, шул телдәге халыҡтың йәшәүе һәм уның һаны тураһында белгертергә тейешбеҙ".

Киләсәгебеҙ өсөн кәрәкле сараКиләсәгебеҙ өсөн кәрәкле сара
Киләсәгебеҙ өсөн кәрәкле сара

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Шонҡар” журналы редакторы Айгиз Баймөхәмәтов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашҡан.

– Быйыл уҙған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбендә ҡатнашыу уңайлы. Мәҫәлән, мин быны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша үтәнем. Бик еңел, порталға инәһең дә тиҙ генә һорауҙарға яуап бирәһең. Иң мөһим өс һорау – 13-сө, 14-се һәм 16-сы пункттарҙа “туған телең ниндәй”, “көндәлек ниндәй телдә аралашаһың”, “милләтең, үҙеңде кем тип һанайһың”. Әлбиттә, үҙемдең башҡорт телендә аралашыуымды, туған телем "башҡорт теле" икәнен һәм "башҡорт" милләте вәкиле булыуымды билдәләнем.

Мин уйлайым, һәр кем сарала ҡатнашырға тейеш, сөнки был киләсәк өсөн кәрәк. Бөгөн, бәлки, уның әһәмиәтен аңлап етмәйбеҙҙер, әммә киләсәгебеҙ өсөн ул мөһим. Глобалләшеү шарттарында бөтә нәмә үҙгәрә, шул тиклем алмашыныуҙар бара һәм, бәлки, 100 йылдан һеҙҙең вариҫтарығыҙ ата-бабалар тураһында яҡшыраҡ мәғлүмәт эҙләйем тиһә, нәҡ ошо сығанаҡтар уларға ҙур файҙа килтерер, нигеҙ булып торор. Икенсенән, телебеҙҙең йәшәйеше, ҡулланылышы, шул телдәге халыҡтың йәшәүе һәм уның һаны тураһында белдерергә тейешбеҙ, – тине Айгиз Ғиззәт улы.

Фото: социаль селтәрҙән.    

#Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи #ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Киләсәгебеҙ өсөн кәрәкле сара
Киләсәгебеҙ өсөн кәрәкле сара
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас