Халыҡ иҫәбен алыу
3 Ноябрь 2021, 07:15

Ул бындай мөһим сараларҙан ситтә ҡалмай

Суд приставы хеҙмәткәрҙәре бындай дәүләт кимәлендәге әһәмиәтле сараларға яуаплы ҡарай.

Ул бындай мөһим сараларҙан ситтә ҡалмайУл бындай мөһим сараларҙан ситтә ҡалмай
Ул бындай мөһим сараларҙан ситтә ҡалмай

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе, эске хеҙмәт полковнигы Илнур Мәхмүтов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһына ҡарата фекерен белдереп, “бындай сараларҙа ҡатнашыу - һәр кемдең бурысы” тине.

– Иҫәп алыу, һайлау кеүек бөтә ил өсөн мөһим сараларҙа мотлаҡ рәүештә ҡатнашам. Бала саҡтан халыҡ иҫәбен алыуҙың бик яуаплы сара булғанын күреп үҫтек, шуға ла үҙемдең гражданлыҡ бурысымды һәр саҡ үтәп киләм. Үҙ ғүмеремдә был минең өсөн өсөнсө халыҡ иҫәбен алыу. Был юлы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнаштым, бының өсөн 15 минут ваҡыт етте. Һорауҙар аңлашылып тора, ҡыйынлыҡтар юҡ. Бик уңайлы, өйҙә генә ултырып, эште атҡарып ҡуяһың.

Әйткәндәй, барлыҡ суд приставтары хеҙмәткәрҙәре бындай дәүләт кимәлендәге әһәмиәтле сараларға яуаплы ҡарай һәм әүҙем ҡатнаша.

- Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланыуға күп тә ҡалманы, шуға ла республика халҡына әүҙем булырға кәрәк. Үҙебеҙҙе ил тарихына яҙып ҡалдырайыҡ, – тине Илнур Әнүәр улы.

Автор фотоһы.    

#Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи #ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас