Халыҡ иҫәбен алыу
4 Ноябрь 2021, 15:30

Ирекмәндәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ

Республиканың муниципаль район һәм ҡалаларының ирекмәндәр корпусы 500-ҙән ашыу кешене берләштерә.

Ирекмәндәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙИрекмәндәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ
Ирекмәндәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороуҙа ирекмәндәр ҙур роль уйнай. Улар иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултырыуҙа ярҙам итә.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу беренсе тапҡыр “Иҫәпкә алыу ирекмәндәре” ирекмәндәр йәмғиәте булышлығында үтә. Уларҙың төп бурысы – стационар иҫәп алыу участкаларында һәм Күп функциялы үҙәктәрҙә эшләү, халыҡҡа иҫәп алыуҙы үткәреү тураһындағы мәғлүмәт еткереү, күсмә иҫәп алыу участкаларында аңлатыу эше алып барыу.

Республиканың муниципаль райондарының һәм ҡалаларының ирекмәндәр корпусы 500-ҙән ашыу кешене берләштерә. Улар иҫәп алыу логотибы булған зәңгәр бишмәттәрҙә йөрөй, танытмалары бар.

Фото: “Башҡортостанстат”.

#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #перваяцифровая #ГосУслуги#волонтерыпереписи

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас