

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша иҫәп алыуҙа ҡатнашҡас, иҫәпкә алыусыға QR-кодты күрһәтергә кәрәк. Күптәрҙә "Был ни өсөн кәрәк?" тигән һорау тыуа.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һанлы булыуы менән үҙенсәлекле. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашҡас, һеҙгә мотлаҡ QR-код килергә тейеш. Уны иҫәп алыусыға күрһәтегеҙ - был “Росстат” мәғлүмәт базаһында яҙыуҙарҙың ҡабатланыуына юл ҡуймау өсөн кәрәк. QR-код ярҙамында иҫәп алыусы менән аралашыу бер-биш минут ҡына ваҡытты ала.
Фото: “Башҡортостанстат”
#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #перваяцифровая #ГосУслуги