

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамланыуға теүәл бер аҙна ваҡыт ҡалды. Был сараға ҡарата төрлө ҡарашта булған кешеләр бар. Кемдәрҙер тәүге көндән үк гражданлыҡ бурысын үтәне, кемдәрҙер икеләнеп йөрөй. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтының дөйөм иҡтисад теорияһы кафедраһы доценты Илдар Ғәбитов халыҡ иҫәбен алыу буйынса фекере менән уртаҡлашты.
– Дәүләткә тейешле ҡарар ҡабул итеү өсөн халыҡтың һанын, иҫәбен теүәл белергә кәрәк. Мәҫәлән, уның ысулдары күп: торлаҡта даими теркәлеү, һалым инспекцияһындағы һандар. Шулай уҡ һәр кем көнөнә күпме икмәк ашай ала, шуның буйынса ла иҫәпләп сығаралар. Ашалған икмәк буйынса иҫәпләгәндә әле Рәсәйҙә 80 миллион кеше йәшәй, тиҙәр. Дөйөм иҫәп буйынса 142 миллион кеше йәшәй тип йөрөйбөҙ. Ысынлап та илдә 80 миллион кеше йәшәгән булһа, ҡабул ителгән ҡарарҙар дөрөҫ булмаясаҡ. Шуға дәүләткә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү өсөн әлеге ваҡытта илдә нисә кеше йәшәгәнен белергә кәрәк. Мәҫәлән, Төньяҡ Кавказ республикаларында төрлө мутлашыуҙар арҡаһында әсәлек капиталын бала тыумаһа ла алған кешеләр күп булды. Дәүләт, ошо һандарҙан сығып, балалар үҫеүгә тип балалар баҡсаһы төҙөп ҡуйған, ә ғәмәлдә ул балалар булмай сыҡты. Шуның арҡаһында төҙөлгән биналар буш тора һәм дәүләт аҡсаһы дөрөҫ ҡулланылманы. Ялған документтар арҡаһында аҡсалар дөрөҫ файҙаланылманы. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбендә ҡатнашыу халыҡ өсөн дә файҙалы, сөнки дәүләт беҙҙең турала мәғлүмәт белгән саҡта ғына хәстәрлек күрә ала. Әгәр ҙә кемдер халыҡ иҫәбендә ҡатнашмаһа, ул саҡта уның хаҡында мәғлүмәт булмаясаҡ һәм ул кешенең ихтыяжы үтәлмәй ҡаласаҡ. Сарала ҡатнашып, һин үҙеңдең киләсәгеңде ҡайғыртаһың, шуға ла унда мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк. Дәүләт иҫәбендә булмаһаң, аҙаҡ һин үҙеңә генә үпкәләйһең инде, "Ниңә дауахана төҙөлмәне, газ үткәрелмәй?" тип, – ти Илдар Ғәбитов.
Фото: социаль селтәрҙән.
#Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи