Халыҡ иҫәбен алыу
7 Ноябрь 2021, 10:25

Халыҡ иҫәбен алыуҙа йыйған мәғлүмәт туризмды үҫтереү өсөн дә кәрәк

Иҫәп алыуҙа кеше һанын асыҡлау менән генә сикләнмәйҙәр, ә халыҡтың йәшәү кимәлен һәм талаптарын да өйрәнәләр.

Халыҡ иҫәбен алыуҙа йыйған мәғлүмәт туризмды үҫтереү өсөн дә кәрәкХалыҡ иҫәбен алыуҙа йыйған мәғлүмәт туризмды үҫтереү өсөн дә кәрәк
Халыҡ иҫәбен алыуҙа йыйған мәғлүмәт туризмды үҫтереү өсөн дә кәрәк

Рәсәй туризм индустрияһы союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Кинйә Күскилдин Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу туризмды үҫтереүгә лә йоғонто яһаясаҡ тип белдерҙе.

– Халыҡ иҫәбен алыу туризм тармағындағы бурыстарҙы хәл итеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, төбәк халҡының туризм хеҙмәттәрен ниндәй кимәлдә күрһәтә алыуын аңлау, хеҙмәт баҙарын асығыраҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн кәрәк, бигерәк тә бәләкәй ауылдар өсөн, шулай уҡ теге йәки был туристик локацияларҙы үҫтереүҙә урындағы халыҡтың мәнфәғәтен мөмкин тиклем иҫәпкә алыуға булышлыҡ итә. Туризм өлкәһендә көнәркәшлек булдырыу юғары квалификациялы кадрҙарҙы әҙерләүҙе талап итә, туризмдың барлыҡ тармағында кадрҙарға бәйле хәлде күрһәтә.

Әле туризм илдең һәм Башҡортостандың үҫешендә киләсәкле йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Ул тәбиғи һәм мәҙәни-тарихи мираҫты һөҙөмтәле файҙаланыуға, кешеләрҙе һауыҡтырыу һәм ял иттереүҙе арттырыуға, төбәк иҡтисадына өҫтәмә саралар йәлеп итеүгә йоғонто яһай. Туризм күп яҡлы төшөнсә, үҙ-ара бәйле тармаҡтарҙың комплекслы системаһын сағылдыра. Барлыҡ туристик эшмәкәрлектә, федераль һәм төбәк кимәлдә лә, эштең яңы төрҙәрен эҙләү, тәҡдимдәр өлкәһен арттырыу һәм уның йүнәлештәрен үҫтереү, яңы туристик комплекстарҙы булдырыу буйынса эҙләнеүҙәр алып барыла. Туристар ағымы йүнәлеше республиканың райондарын һәм ҡалаларын киңерәк биләй бара. Туризмдың төбәк иҡтисадына ыңғай йоғонто яһауын бөтәбеҙ ҙе беләбеҙ, уны тулы файҙаланыу өсөн төбәктең кеше һәм тәбиғи сығанаҡтарын ныҡлап өйрәнеү, программалар ҡабул итеү, йәлеп итерлек турҙарҙы проектлау өсөн кәрәк. Быны иһә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре нигеҙендә тормошҡа ашырыу мөмкин.     

Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытындағы һөҙөмтәләрҙе Хөкүмәт илдең социаль-иҡтисади үҫешендәге пландарын әҙерләгәндә ҡулланасаҡ. Иҫәп алыуҙа кеше һанын асыҡлау менән генә сикләнмәйҙәр, ә халыҡтың йәшәү кимәлен һәм талаптарын да өйрәнәләр. Тикшереү демографик, социаль, иҡтисади хәл һәм миграция барышы тураһында мәғлүмәт йыйыуға һәм туризм тармағын үҫтереүҙәге киләсәкле йүнәлештәрҙе, шул иҫәптән яңы шифаханалар, базалар һәм туристик объекттар төҙөү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам итәсәк, – тине Кинйә Сәғит улы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябрҙә тамамлана. Ваҡыт әҙ ҡалды, ҡатнашып ҡалығыҙ.

Фото: rostourunion.ru.

#Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас