Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
8 Ноябрь 2021, 12:45

Бер аҙна ғына ҡалды

Халыҡ иҫәбен алыуҙа әле 3 миллион 900 мең кеше ҡатнашҡан. 

Бер аҙна ғына ҡалды
Бер аҙна ғына ҡалды

 

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамланыуға бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтте. Ул сараны лайыҡлы тамамларға ҡушты һәм “Башҡортостанстат”ҡа эш өсөн рәхмәт әйтте.

Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

– Әҙерлек бик ентекле булды. Бөтә власть органдары, муниципалитеттар ныҡлы әҙерләнде, шуға күрә сара лайыҡлы үтеп бара. Әле Башҡортостан ҡатнашыу кимәле буйынса илдәге тәүге ун төбәк исемлегендә, – тине ул.

Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, быйылғы халыҡ иҫәбен алыу яңысараҡ үтә. Кешеләрҙең 10 проценты иҫәп алыуҙа “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша үҙаллы ҡатнашҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әле сарала 3 миллион 900 мең самаһы кеше үҙ бурысын үтәгән. 

– Сараны ойоштороуҙа меңәрләгән кеше ҡатнашты. Иҫәп алыусылар бик ҙур эш башҡарҙы. Коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, кешеләр бик матур эшләне. Сара тамамланғас, уларҙың иң әүҙемдәренә наградалар биреү тураһында уйларға кәрәк. Шулай уҡ беренсе һандар билдәле булыу менән брифингтар, конференциялар үткәрергә һәм халыҡҡа мәғлүмәтте ваҡытында еткәрергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: mgazeta.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: