Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
8 Ноябрь 2021, 20:30

Ниңә мин иҫәп алыусы булдым?

"Ситтә ҡалмай, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт!" - ти Айгөл Мөхәмәтшина.

Ниңә мин иҫәп алыусы булдым?

Күмертау ҡалаһынан иҫәп алыусы Айгөл Мөхәмәтшина Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуға бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

"Ниңә мин иҫәп алыусы булдым? Дәүләт кимәлендәге кампанияла ҡатнашыуы ҡыҙыҡ ине. Иҫәп алыу ун йылға бер уҙғарыла, әлбиттә, ул тарихҡа инә. Етмәһә, беренсе тапҡыр һанлы форматта үткәрелә. Йылдар уҙғас, был ҙур эштә ҡатнашҡанымды иҫкә аласаҡмын.

Мин стационар участкала эшләйем. Көн дә күп осрашыуҙар, ваҡиғалар була, улар менән респонденттар уртаҡлаша. Бөтәһе лә еңел бирелә тип әйтмәҫ инем. Тормош шундай, төрлө кешеләр бар, һәр кемдең үҙе тураһында һөйләгеһе килеп тормай. Әммә ыңғай ҡарашта булған һәм күңелде күтәргәндәр күберәк. Уларҙы аҙаҡ та иҫкә алып, йылмайып йөрөйһөң. Нисек кенә булмаһын, яңы кешеләр менән аралашыу айырым тормош тәжрибәһе бирә. Ситтә ҡалмай, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт! Ышаныс белдергәнгә, илдең һәм үҙенең йәнтөйәгенең тормошонда ҡатнашҡанға рәхмәт!" – тип матур теләктәрен еткерә Айгөл Мөхәмәтшина.    

Фото: "Бәйләнештә".

#дневникпереписчика #Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи

                                                                               

Автор:Рәмилә Мусина