Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
8 Ноябрь 2021, 11:15

Ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк биреү ихтыяжы асыҡланасаҡ

Халыҡ иҫәбен алыу ил иҡтисадына һәм уны һанлаштырыуға нисек йоғонто яһаясаҡ? 

Ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк биреү ихтыяжы асыҡланасаҡ
Ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк биреү ихтыяжы асыҡланасаҡ

15 октябрҙә сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Дәүләт тарафынан үткәрелгән киң даирәле һорау алыу халыҡтың әлеге мәлдәге фактик торошон асыҡлау өсөн генә түгел, тәү сиратта ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәклекте күҙаллау өсөн дә бик мөһим.

Халыҡ иҫәбен алыу ил иҡтисадына һәм уны һанлаштырыуға нисек йоғонто яһаясаҡ? Ошо хаҡта иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанстар һәм бизнес институты доценты Наил Салауат улы Ишмөхәмәтов бына нимәләр һөйләне.  

- Эксперт йәмәғәтселек әлеге иҫәп алыу буйынса оператив мәғлүмәттәрҙе түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки уны беҙ илебеҙ, халҡыбыҙ һәм иҡтисадҡа ҡағылышлы мөһим ваҡиға булыуын аңлап ҡабул итәбеҙ. Кешелек потенциалын үҫтереү йәһәтенән көнүҙәк булған ике йүнәлеште айырып билдәләгем килә: дөйөм һанлаштырыу һәм донъяла барған пандемия.

Иҡтисадты һанлаштырыу сифатлы кешелек капиталына мохтаж, әммә ул минут эсендә барлыҡҡа килгән күренеш түгел. Халыҡ өсөн һалынған инвестиция – ул тиҫтә йылдар алдан билдәләнгән социаль-иҡтисади бурыс. Айырым муниципалитеттарҙың, төбәктәрҙең һәм дөйөм ил халҡының составы һәм структураһы тураһында аныҡ мәғлүмәткә эйә булмайынса ниндәй йүнәлештә, ниндәй нигеҙҙә инвестициялар кәрәклеген билдәләү мөмкин түгел.

Ә пандемияға килгәндә инде, ул һаулыҡ һәм ғүмер оҙайлығы йәһәтенән кеше потенциалының ни тиклем нескә ҡиммәт булыуын асыҡ күрһәтә. Иҫәп алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, беҙ ниндәйҙер кимәлдә пандемияның халыҡ иҫәбенә, структураһына, шулай уҡ мәшғүллек, килем алыу күрһәткестәргә йоғонтоһон күрәсәкбеҙ, тип күҙаллана.

Шәхсән үҙемә килгәндә, иҫәп алыу ҡағыҙын “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында тултырыу уңайлы булды. Был алым, һанлаштырыуҙың бер билдәһе булараҡ, илебеҙ өсөн үҙенсәлекле тәжрибә. Бирелгән һорауҙарға яуап биреү ауырлыҡ тыуҙырмай. Әммә миңә, иҡтисадсы булараҡ, шәхси хужалыҡтың яҡынса булһа ла килеме, ағымдағы һәм күҙалланған сығымдар, иҡтисади хәл-торошто баһалауға булышлыҡ иткән көндәлек тормоштағы башҡа индикаторҙар тураһында һорауҙар булмауы бер аҙ ғәжәпләндерҙе. Шәхси хужалыҡтарҙың кеше потенциалын профессонал кимәлдә өйрәнеп, АҠШ һәм Европа союзы илдәрендә статистиканың юғары үҫеш кимәлен күҙәтәбеҙ. Беҙҙең ҡарамаҡҡа заманса Рәсәй статистикаһының үҫеш өсөн, шул иҫәптән халыҡ иҫәбен алыу методикаһын камиллаштырыу өлкәһендә лә мөмкинлектәре етерлек.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: