Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
9 Ноябрь 2021, 15:32

Үҙебеҙҙе теркәп ҡалайыҡ!

Халыҡ иҫәбен алыуҙа республикала 3,9 миллион кеше ҡатнашҡан.

Айрат Нурмөхәмәтов  Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында йәшәгән Флүрә һәм Мөьмин Ғәлимовтар халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты.
Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында йәшәгән Флүрә һәм Мөьмин Ғәлимовтар халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты.Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу әле генә башланған кеүек ине, әле сара тамамланыуға бары биш көн ҡалды. Ҡырмыҫҡалы районында эшләгән 97 иҫәпкә алыусы һәм 16 контролер үҙ бурыстарын уңышлы атҡара – 8 ноябргә ҡарата улар 49562 кешене иҫәпкә алған, йәғни 92 процент. Беҙгә лә райондың Иҫке Муса ауылында булып, иҫәп алыу барышын күҙәтергә насип итте.

Тәүҙә Иҫке Муса ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова менән осраштыҡ.

– Беҙҙең ауыл биләмәһенә алты ауыл ҡарай, йәғни 1700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Йәш ғаиләләр күп, яңы йорттар төҙөлә. Күҙәтеүҙәр буйынса, 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда, башҡорттар һаны артыуы күҙәтелә. Быға йәш ғаиләләрҙең ауылға төпләнеүе һәм ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың Себерҙән, Стәрлетамаҡ, Салауат кеүек ҡалаларҙан кире ҡайтыуы, Сибай яҡтарынан күсеп килеүе булышлыҡ итә. Ауылыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан иң оло кеше – Фәриҙә Иманғолова. Ул – 96 йәшлек тыл ветераны, – тип урындағы демография һәм миграция торошона байҡау яһаны Илмира Әнүәр ҡыҙы.

Әйткәндәй, әле Иҫке Муса ауыл биләмәһендә йәшәгәндәрҙең 90 проценттан ашыуы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашып өлгөргән. Бында өс иҫәпкә алыусы һәм контролер эшләй. Гөлнара Шәғәлиева бындай сарала беренсе тапҡыр ҡатнаша. Үҙе ауыл биләмәһе хакимиәтендә белгес булып эшләгәс, урындағы кешеләрҙе яҡшы белә. “Ҡатнашыуҙан баш тартҡан кеше юҡ, һорауҙарға ихлас яуап бирәләр. Миңә Илтуған һәм Иҫке Муса ауылының бер өлөшө беркетелгән, йәғни 214 хужалыҡты теркәргә тейешмен. Иҫәп алыу сараһында ҡатнашыуы оҡшай”, – ти ул.

Шулай уҡ иҫәпкә алыусы Гөлсинә Ғөбәйҙуллина ла беренсе тапҡыр эшләй. Ул Аҡкүл, Аҡтүбә, Арыҫлан ауылдарындағы кешеләрҙе теркәгән. Өсөнсө иҫәпкә алыусы Лилиә Хәбибова Яңы Муса ауылын һәм баҡса участкаларында йәшәгәндәрҙе иҫәпкә ала. Уға йөрөүе алыҫ булғас, эшен еңеләйтеү өсөн ауыл хакимиәте транспорт менән ярҙам итә. “Баҡсала йәшәгәндәрҙе иҫәпкә алыу ауырлыҡтар тыуҙырмай, халыҡ ихлас ҡатнаша”, – ти ул.     

Контролер Рәмзиә Ҡунаҡаеваның иҫәп алыу кампанияларын уҙғарыу буйынса тәжрибәһе бай. Ул 1994 йылдан бирле ауыл биләмәһе хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып эшләй һәм шул ваҡыттан бирле иҫәп алыу сараларының бөтәһендә лә ҡатнашып килә. Быйыл августа уҙған микро Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында ла иҫәпкә алыусы булған. Эшен намыҫлы башҡарған һәм яҡшы күрһәткестәре өсөн ул иҫәп алыу буйынса билдә һәм миҙал менән бүләкләнгән.

– Был юлы Шайморат һәм Иҫке Муса ауыл биләмәләре буйынса контролер вазифаһында ҡатнашам. Минең төп бурыс – иҫәпкә алыусыларҙың эшен күҙәтеү, һандарҙы тикшереү, отчеттар әҙерләү. Иҫәп алыу буйынса һорауҙар тыуһа, уларҙы хәл итәбеҙ. Теркәү уҙғас, иҫәпкә алыусы дөрөҫ мәғлүмәттәр индергәнме-юҡмы тип контроль тикшереү уҙғарабыҙ.

Әйтергә кәрәк, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы алдағыларынан һанлы булыуы менән айырыла. Был эште күпкә еңеләйтә. Элек һәр һанды ҡара ручка менән тултыра инек, хәҙер ул автомат рәүештә атҡарыла, тупланған мәғлүмәт шунда уҡ үҙәккә китә, отчет тапшырыу ҙа ябайлашты, – тип фекер уртаҡлашты Рәмзиә Ҡунаҡаева.

Беҙгә ауылдың иң абруйлы ғаиләләренең береһе булған Флүрә һәм Мөьмин Ғәлимовтарҙың иҫәпкә алыу барышында ҡатнашыуын күҙәтеү насип булды. Мөьмин Ким улы сығышы менән Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районының Тәгеш ауылынан, билдәле шағир Ғәлимов Сәләмдең туғаны булып сыҡты. Йәш сағында Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килә. Юғары белем алғас, йүнәлтмә буйынса Темәс ауылына математика уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Алты йылдан һуң Өфөгә килеп, ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. Үҙгәртеп ҡороу осоронан һуң “Конди” фабрикаһында – 30 йыл программалаусы, һуңынан Башҡортостан үҙәк архивында инженер-программалаусы була. Үҙәк архивта эшләгәндә рәүиз мәғлүмәттәрен һанлы форматҡа күсереүҙә ҡатнаша. Ә инде 2015 йылда хаҡлы ялға сығып, тормош иптәшенең ауылында төпләнә. Ғәлимовтар ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, милли матбуғатты алдыра, Мөьмин Ким улы ауылдың имам-хатибы булып тора.

– Һәр халыҡ иҫәбен алыу сараһында ҡатнашып киләм, сөнки был – бик мөһим сара. Бигерәк тә беҙҙең башҡорт халҡы өсөн кәрәк, иҫәбебеҙҙе юғалтмаҫҡа тейешбеҙ. Үҙәк дәүләт архивында эшләгәндә, 1795 йылдан алып 1859 йылға тиклемге рәүиз документтарын һанлы вариантҡа күсергән саҡта, башҡорт халҡы тураһындағы мәғлүмәттәр менән ныҡлап таныштым. Улар башҡорттарҙың күп ерҙәрҙе биләүе һәм киң таралып ултырыуы тураһында һөйләй. Шуға ла үткән тарихыбыҙҙы белергә һәм үҙебеҙҙе лә тарихта теркәп ҡалырға бурыслыбыҙ, – тине Мөьмин Ким улы.

Флүрә Нәбиулла ҡыҙы ла бик рухлы, хикәйәләр һәм шиғырҙар яҙа. Һөнәре буйынса ашнаҡсы-технолог, 40 йыл  ашхана мөдире булып эшләгән. Әткәндәй, быйылғы йыл Ғәлимовтар өсөн матур ваҡиғаларға бай булған – уларҙың икәүһенә лә 70 йәш һәм 6 ноябрҙә бергә йәшәүҙәренә 40 йыл тулған.

Ғөмүмән, Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа республикала 3,9 миллион кеше ҡатнашҡан һәм уларҙың 10 проценты “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша үҙаллымәғлүмәт биргән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 октябрҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бара. Республикала был эшкә 7431 иҫәпкә алыусы һәм 1235 контролер йәлеп ителгән, уларға 641 ирекмән ярҙам итә. Иҫәпкә алыусыларға 14 ноябргә тиклем кеше йәшәгән йәки йәшәү ихтималы булған 1,9 миллион торлаҡ бинаны йөрөп сығыу бурысы тора. Иҫәпкә алыусылар был күләмде үтәү өсөн иртәнге сәғәт 8-ҙән эш башлай һәм киске сәғәт 10-ға тиклем бурысын атҡара.

 Билдәле булыуынса, халыҡ иҫәбен алыуҙа өс ысул менән ҡатнашырға мөмкин:

1) ғәҙәттәгесә, иҫәпкә алыусыны үҙ йортоңда көтөргә;

2) халыҡ иҫәбен алыу участкаһына килергә;

3) “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша һорауҙарға яуап бирергә.

Беренсе осраҡта иҫәп алыусылар йорттар буйлап йөрөй, улар бланктарҙы планшеттар ярҙамында тултыра.

Икенсе ысулды һайлаһағыҙ, үҙегеҙ иҫәпкә алыу участкаһына йәки Күп функциялы үҙәккә бараһығыҙ. Әйткәндәй, унда ирекмәндәр ярҙамынан файҙаланырға мөмкин.

Өсөнсө осраҡта – “Дәүләт хеҙмәттәре” аша. Ул да 14 ноябргә тиклем оҙайтылды. Әлеге ысул яңы, заманса. Үҙеңде һәм яҡындарыңды еңел, тиҙ, хәүефһеҙ теркәргә мөмкин.

Рәмилә МУСИНА.

 

 

 

 

Читайте нас: