Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
9 Ноябрь 2021, 16:30

"Эшем тамамланыуға табан бара"

Халыҡ иҫәбен алыуҙа дүрт быуын вәкиле ҡатнашты.

"Эшем тамамланыуға табан бара"
"Эшем тамамланыуға табан бара"

 “Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ауылыбыҙҙың өлгөлө, тырыш ғаиләләре менән ихлас аралаштым”, - ти Асҡын районының Упҡанкүл ауылынан Гөлсәсәк Шәймөхәмәтова.

– Эшем тамамланыуға табан бара. Ете ауыл буйынса тейешле 852 кешене теркәп бөттөм тиерлек. Бөгөн ауылыбыҙҙың уңған, өлгөлө ғаиләләренең береһе, күршеләребеҙ Кәбировтарҙан мәғлүмәт алдым. Фәнәүи Вәлим улы менән Вәсимә Әдғәм ҡыҙының бергә йәшәүҙәренә 45 йыл тулған, ғүмерҙәре тырыш хеҙмәттә үтте. Икеһе лә колхозда эшләне. Үҙҙәре кеүек уңған биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өсөһө ауылда йәшәй, шулай уҡ ауыл хужалығында хеҙмәт һалалар. Бөгөнгө иҫәп алыуҙа ҙур ғаиләнең дүрт быуыны ҡатнашты. Ата-әсәһе өйөнә ҡыҙҙары Ләйсән, Гөлнара, улдары Фидан, ейәнсәрҙәре Розалина, Ирина, бүләләре Даниил  йыйылды. Кәбировтар һорауҙарға ихлас күңелдән яуап бирҙе. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ауылыбыҙҙың яҡшы күңелле, эшсән ғаиләләре менән ихлас аралаштым, – ти Гөлсәсәк Фәнүз ҡыҙы.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы - "Йәнтөйәк" гәзите. Автор - Илһөйәр Махатова.

#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #переписчик #переписчикВПН#дневникпереписи #перваяцифровая

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: