Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
9 Ноябрь 2021, 11:00

Халыҡ иҫәбен алыуға уҡытыусылар ҙа тос өлөш индерә

Ҡайһы берәүҙәр өйҙәренә киске сәғәт 6-нан һуң ҡайта, шуға ла уларға һуң ғына барырға тура килә.

Халыҡ иҫәбен алыуға уҡытыусылар ҙа тос өлөш индерә
Халыҡ иҫәбен алыуға уҡытыусылар ҙа тос өлөш индерә

Илебеҙҙә мөһим сара бара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу. Уны уҙғарыуға төрлө һөнәр эйәләре йәлеп ителгән, шул иҫәптән уҡытыусылар ҙа һәр ваҡыттағыса унан ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы 1-се мәктәптең башланғыс класс уҡытыусыһы Айгөл Әнүәр ҡыҙы Мәхмүтова ла иҫәп алыуға үҙенең тос өлөшөн индерә.

– Мин эштән сыҡҡас, төштән һуң өйҙәр буйлап йөрөйөм. Аллаға шөкөр, халыҡ яҡшы ҡаршылай. “Һеҙҙе көтөп утырабыҙ” тиҙәр. Сәй эсергә лә саҡыралар, тик беҙ рәхмәт әйтеп баш тартып, артабан эште дауам итәбеҙ. Хужалыҡтарҙың күбеһендә булдым. Буш торған йорттар ҙа бар. Ҡайһы берәүҙәр киске сәғәт 6-нан һуң ғына ҡайта, шуға ла уларға кисен барырға тура килә. Кешеләрҙең күптәре менән танышмын, шуға ла улар танып, көтөп тора, – ти Айгөл Әнүәр ҡыҙы.

Әйткәндәй, ул икенсе тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнаша. 2010 йылда уҙған халыҡ иҫәбен алыуҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙал менән бүләкләнгән. Шулай уҡ ауыл хужалығын иҫәпкә алыу сараһында ҡатнашырға ла насип иткән.

Айгөл Мәхмүтованы башҡа йәмәғәт сараларына ла, мәктәптә эшенә лә әүҙем йәлеп итәләр. Уңған ҡатын өс бала тәрбиәләп үҫтергән – ике ҡыҙы юғары белемле, улы - хәрби хеҙмәттә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябрҙә тамамлана. Әлегә Башҡортостанда 3,9 миллиондан ашыу кеше унда ҡатнашҡан. Һәр кеше теркәлһен өсөн иҫәпкә алыусылар ҙур тырышлыҡ күрһәтә, көн дә хужалыҡтар буйлап йөрөй.

Фото: Айгөл Мәхмүтованың ғаилә архивынан.

#дневникпереписчика #Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи

Халыҡ иҫәбен алыуға уҡытыусылар ҙа тос өлөш индерә
Халыҡ иҫәбен алыуға уҡытыусылар ҙа тос өлөш индерә
Халыҡ иҫәбен алыуға уҡытыусылар ҙа тос өлөш индерә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: