Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
10 Ноябрь 2021, 22:30

“Башҡорт телен әле өйрәнәм..."

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

“Башҡорт телен әле өйрәнәм..."
“Башҡорт телен әле өйрәнәм..."

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу өсөн Күп функциялы үҙәктең Өфөләге офистарының береһен һайлаған. Ул бер нисә минутта һорауҙарға яуап биргәс, журналистар менән аралашты.

- "Башҡортостанстат"тың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ иҫәбен алыуҙа дүрт миллион ҡырҡ меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Республика Башлығы Радий Хәбиров һорауҙарға "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша яуап бирҙе. Иҫәпкә алынған граждандар иҫәбе буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында тәүге унау иҫәбендә, - тине Александр Сидякин.

Ул Рәсәй власының дәүләткә идара итеүҙә иҫәп алыуҙы һөҙөмтәле ҡорал рәүешендә ҡулланыуын билдәләне: боронғо замандан һәм Петр I идаралығынан алып совет осорона тиклем.

Билдәле булыуынса, әлеге сараның ваҡыты коронавирусҡа бәйле бер нисә тапҡыр күсерелде. Александр Сидякин билдәләүенсә, ул барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеп ойошторола. Иҫәп алыу тәүге тапҡыр һанлы форматта үтә, унда “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ла ҡатнашырға мөмкин - был яҡындан аралашыуҙан һәм ваҡытты сарыф итеүҙән ҡотҡара.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе ике телде белә: рус һәм инглиз. “Башҡорт телен әле өйрәнәм, шуға ла уны күрһәтеп торманым, сөнки был алдашыу буласаҡ”, – тине ул. Әйтеүенсә, барлыҡ һорауҙарға яуаптар дәүләт сәйәсәтен, төбәктәр менән муниципалитеттар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ һәм һөҙөмтәле алып барыуға булышлыҡ итәсәк.

– Халыҡ иҫәбен алыуҙа әлегәсә ҡатнашмағандарға мөрәжәғәт итәм: был бурысты тиҙ арала атҡарып ҡуйығыҙ. Теркәлеүҙең төрлө ысулдары бар, “Дәүләт хеҙмәттәре” айырыуса уңайлы, – тине Александр Сидякин.

Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргә тиклем бара.

 Альберт Заһиров фотоһы.

#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #переписчик #переписчикВПН#дневникпереписи #перваяцифровая

“Башҡорт телен әле өйрәнәм..."
“Башҡорт телен әле өйрәнәм..."
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: