Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
10 Ноябрь 2021, 18:30

Үҙегеҙҙе ил тарихына индереп ҡалығыҙ!

Иҫәп алыусылар өсөн дә эш тамамланыуға табан бара.

Үҙегеҙҙе ил тарихына индереп ҡалығыҙ!
Үҙегеҙҙе ил тарихына индереп ҡалығыҙ!

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланыуға бары биш көн ҡалды. Иҫәп алыусылар 15 октябрҙән бирле көн дә, хатта ял һәм байрам ваҡытында ла, үҙ бурысын үтәүҙе дауам итте.

Улар халыҡ менән осраша, уртаҡ тел табып аралаша, йәшәү шарттары менән таныша. Теркәлгән кешеләр араһында үҙен “донъя гражданы”, “индеец”, Себерҙә йәшәгән аҙ һанлы “саами” халҡы тип һанағандар бар.

Билдәле булыуынса, быйыл иҫәп алыусылар араһында "#ЯГеройПереписи" флешмобы иғлан ителгәйне. Был сара уларҙың эшен тулыраҡ яҡтыртыуға булышлыҡ итте.

Әлеге мәлдә Башҡортостанда мөһим сараны үткәреүгә 7431 иҫәп алыусы һәм 1235 контролер йәлеп ителгән. Эш 14 ноябргә тиклем бара. Үҙегеҙҙе ил тарихына индереп ҡалығыҙ, ҡатнашығыҙ!

Фото: Башҡортостанстат.

#дневникпереписчика #Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #ЯГеройПереписи

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: