Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
11 Ноябрь 2021, 22:45

Иҫәп алыу буйынса ялыуҙар теркәлмәгән

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов сараға бәйле ниҙәр хаҡында белдерҙе?

Иҫәп алыу буйынса ялыуҙар теркәлмәгән
Иҫәп алыу буйынса ялыуҙар теркәлмәгән

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә бәйле хәлдәрҙе тикшереү һәм күҙәтеү буйынса эшсе төркөм башҡарылған хеҙмәттәргә яҡынса йомғаҡ яһаны.

"Эш ваҡытында 17 шылтыратыу алдыҡ. Уларҙың барыһы ла тиерлек мәғлүмәт төрөндәге һорауҙар ине. Кешеләрҙе ҡайҙа иҫәп алыуҙа ҡатнашырға мөмкин, бер урында теркәлеп, икенсе ерҙә йәшәгәндә нимә эшләргә, иҫәп алыусы теркәгәндәрҙе тикшереп буламы кеүек һорауҙар борсой. Уларҙың барыһына ла яуап бирҙек. Иҫәп алыусылар тарафынан граждандар хоҡуғын боҙоу осрағы теркәлмәне", – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Татарҙар конгресы башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов.

Эксперт һүҙҙәренсә, халыҡ өсөн иҫәп алыу уңайлы үтһен өсөн республикала бөтәһе лә булдырылған, шуға күрә объектив һөҙөмтә аласаҡбыҙ. Эшсе төркөм хеҙмәтен дауам итә. Һорауҙар булһа, 8(347)246-48-45 йәки +79191454651 телефондарына шылтыратырға мөмкин.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябрҙә тамамлана. Башҡортостанда ул яҡшы бара, ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса республика алдынғы төбәктәр рәтендә. Был хаҡта Росстат етәксеһе Павел Малков Рәсәй Президентының Хөкүмәт ағзалары менән уҙғарған кәңәшмәһендә белдерҙе. Әле республикала дүрт миллиондан ашыу кеше иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан.

Фото: "Бәйләнештә".

 #Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: