Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты.
"Был - үтә мөһим һәм ҙур социаль әһәмиәткә эйә сара. Ул беҙгә республиканың ысынбарлыҡтағы хәл-торошон белеү, күпме мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана, торлаҡ төҙөргә кәрәклеген аныҡ билдәләү мөмкинлеген бирәсәк. Алынған мәғлүмәттәрҙән сығып, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше программаһына төҙәтмәләр индерә аласаҡбыҙ. Һөҙөмтәлә власть органдары эшен уңышлыраҡ ойоштороу мөмкин буласаҡ", - тине Андрей Назаров.
Премьер-министр сарала ҡатнашыуы, уның мөһимлеге тураһында социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы. "Шуны онотмағыҙ: башҡа ошондай сараларҙан айырмалы, әлеге иҫәп алыуҙа үҙаллы, өйҙән тороп ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына инеп, ундағы анкетаны тултырырға кәрәк. Барығыҙҙы ла саранан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам", - тине Андрей Назаров. Ул үҙе гражданлыҡ бурысын Күп функциялы үҙәккә барып үтәне, унда артабан кешеләр менән аралашты.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланып килә. Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөнгә ҡәҙәр Башҡортостанда мөһим сарала дүрт миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. Был - илдә иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе. Декабрҙә сараға дөйөм йомғаҡ яһаласаҡ, 2022 йылдың ғинуарында иһә - анығыраҡ тәүге, йыл дауамында һуңғы һөҙөмтәләр билдәле буласаҡ.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53374
Фото һәм видео Андрей Назаровтың сәхифәһенән.
#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021