Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
11 Ноябрь 2021, 19:30

"Росстат" етәксеһе ниҙәр хаҡында белдерҙе?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә.

"Росстат" етәксеһе ниҙәр хаҡында белдерҙе?
"Росстат" етәксеһе ниҙәр хаҡында белдерҙе?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан илебеҙҙә алдынғылар иҫәбенә ингән. Президент һәм Хөкүмәт ағзалары ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә “Росстат” етәксеһе Павел Малков ошо хаҡта белдерҙе.

Шулай уҡ был исемлеккә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, барлыҡ Төньяҡ Кавказ, Ставрополь, Краснодар крайы, Волгоград өлкәһе, Мордовия, Тула өлкәһе, Чукотка, Татарстан ингән.

Мәғлүм булыуынса, әле Башҡортостанда дүрт миллиондан ашыу кеше иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан. Павел Малков һүҙҙәренсә, илдә был күрһәткес - 133,5 миллион, йәғни халыҡтың 91,6 проценты. Төбәктәрҙең күбеһендә - 80–90 процент.

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын һанлы форматта ойоштороу яҡынса һөҙөмтәләрҙең декабрҙә әҙер булыуына булышлыҡ итә, теүәл һандар икенсе йыл дауамында билдәле буласаҡ, элек бының өсөн өс-дүрт йыл талап ителә ине.   

Иҫәп алыу һөҙөмтәләрен барлыҡ власть һәм урындағы үҙидара органдары файҙаланасаҡ – федераль, төбәк программаларын, проекттарын әҙерләүҙән алып юл, мәктәп, дауахана һәм башҡа инфраструктура объекттарын төҙөү тураһындағы ҡарарға тиклем.

Фото: "Бәйләнештә".

Сғанаҡ: bashinform.ru

 #Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: