Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланыуға ике көн ҡалды. Был мөһим сарала ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан иң яҡшы ун төбәк араһында: дүрт миллиондан ашыу кеше теркәлеү үткән.
Шулай ҙа “ҡыҙыу линия”ға республика халҡынан һорауҙар килеүен дауам итә. Дәүләт статистика федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин белдереүенсә, иҫәп алыу кампанияһының тәүге өлөшөндә шылтыратыуҙар айырыуса күп булған. “Акция уртаһында бер аҙ тынлыҡ ине, тамамланыр ваҡыт еткәс, операторҙар кешеләрҙең тағы ла әүҙемләшеүен билдәләй”, – ти ул.
Рөстәм Шакирйән улы һүҙҙәренсә, халыҡ тәүҙә иҫәп алыу участкаларының адрестарын, телефондарын, иҫәпсене ҡасан көтөргә кәрәклеге хаҡында һорашҡан. Әгәр һеҙгә иҫәп алыу участкаларының адрес-телефондары кәрәк булһа, Башстаттың сайтына инеп ҡарай алаһығыҙ – https://bashstat.gks.ru/populationcensus2020.
Әлеге ваҡытта операторҙарға кешеләр иҫәпсенең килмәүе тураһында ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Рөстәм Ғатауллин белдереүенсә, бер шылтыратыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Шулай уҡ иҫәп алыусылар ҡайһы бер адрестар буйынса бер нисә тапҡыр бара, әммә йорт хужаларын тап итә алмай, ти ул. Ҡайһылар иһә ишеген асмай. Бер ҡатын иҫәп алыусының килмәүенә борсолоп шылтыратҡан, баҡтиһәң, уның улы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша бар ғаиләһен теркәгән булған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябрҙә тамамлана. Кемдәр ҡатнашып өлгөрмәгән, әлегә һуң түгел.
Махсус “ҡыҙыу линия” эшләй – 8 800 347 11 02. Унда иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем шылтырата алаһығыҙ.
Мөһим саранан ситтә ҡалмайыҡ, үҙебеҙҙе Рәсәй тарихында теркәйек!
Фото: Башҡортостанстат.
#ЯГеройПереписи», #ВПНБашкортостан; @bashstat_gks_ru; #Башстат#Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021#переписьнаселения #перепись2021 #ВиПиН