Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы көнө. Бер ай барған сараны уҙғарыуға меңдәрсә кеше ярҙам итте – иҫәпселәр, контролерҙар һәм ирекмәндәр.
Мәғлүм булыуынса, иҫәп алыу сараһына ирекмәндәр беренсе тапҡыр йәлеп ителде – Бөтә Рәсәй буйынса 25 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән Башҡортостандан 500-ҙән күберәк.
Улар участкаларҙа халыҡҡа аңлатыу эше алып барҙы. Ошондай еңел булмаған ваҡытта мөһим сараны ойоштороуҙа ихлас ҡатнашҡан илһөйәрҙәр һоҡланыу тыуҙыра. Рәхмәт уларға!
Фото: Башҡортостанстаттың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.
#ЯГеройПереписи», #ВПНБашкортостан; @bashstat_gks_ru; #Башстат#Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021#переписьнаселения #перепись2021 #ВиПиН