15 октябрҙә башланған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бөгөн тамамлана. Кемдәр әлегә тиклем теркәлмәгән, сарала ҡатнашырға өлгөрә: иҫәп алыусылар ҙа, участкалар ҙа эшләй. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына инеп, һорауҙарға яуап бирергә мөмкин.
Башҡортостан биләмәһендә 1235 халыҡ иҫәбен алыу участкаһы эшләй. Уларҙың адрестары һәм телефондары https://bashstat.gks.ru/populationcensus2020, шулай уҡ муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре сайттарына ҡуйылған.
Махсус “ҡыҙыу линия” эшләй – 8 800 347 11 02. Унда шылтыратһағыҙ, һеҙгә уңайлы иҫәп алыу участкаһын табырға ярҙам итәсәктәр.
Бөгөн – һуңғы көн, мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ, үҙегеҙҙе Рәсәй тарихына яҙырға өлгөрөгөҙ!
Фото: Башҡортостанстаттың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.
#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #перваяцифровая #ГосУслуги#волонтерыпереписи