Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан йәшәү һәм эшләү өсөн ылыҡтырғыс төбәк

Төбәктең йәлеп итеүсәнлеге яңы эш урындары булдырыу, эш хаҡы үҫеше, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү менән тәьмин ителә, тигән фекерҙә ғалим.

Башҡортостан йәшәү һәм эшләү өсөн ылыҡтырғыс төбәк
Башҡортостан йәшәү һәм эшләү өсөн ылыҡтырғыс төбәк

Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу буйынса тәүге мәғлүмәттәр билдәле булды. Рәсәйҙә даими рәүештә 147,2 миллион кеше йәшәй. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында халыҡ һаны буйынса етенсе урынды биләй һәм 4 миллион 91 мең кеше тәшкил итә. Республикабыҙ Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Санкт-Петербург, Свердловск һәм Ростов өлкәләренән генә ҡалыша. Был Волга буйы федераль округында иң ҙур күрһәткес.

Был йәһәттән тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәге төп ғилми хеҙмәткәре Гөлдәр Әхмәтова фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Башҡортостан һуңғы йылдарҙа йәшәү һәм эшләү өсөн күркәм төбәккә әүерелде. Был ыңғай миграция сальдоһы аша күҙәтелә.  2021 йылдың ғинуар-декабрендә республика буйынса халыҡтың дөйөм миграция үҫеше 14 879 кеше тәшкил иткән. Төбәктең йәлеп итеүсәнлеге яңы эш урындары булдырыу, эш хаҡы үҫеше, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү менән тәьмин ителә, – тине ул.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: