Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының тәүге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Уға ярашлы, Башҡортостан Рәсәйҙең иң күп халыҡлы төбәктәренең береһе тип танылған.
Шуныһын билдәләргә кәрәк, әле бөтә һандар ҙа билдәле түгел. Шулай ҙа тәүге яҡынса һандар бар. 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата Рәсәйҙә даими рәүештә илдә йәшәгән 147,2 миллион кеше теркәлгән. 2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу һандары менән сағыштырғанда 2,05 миллион кешегә йәки 1,4 процентҡа үҫеш бар.
Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында халыҡ һаны буйынса етенсе урынды биләй. Беҙ Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Санкт-Петербург, Свердловск һәм Ростов өлкәләренән генә ҡалышабыҙ. Шулай итеп Башҡортостанда 4 миллион 91 мең кеше йәшәй. Был Волга буйы федераль округында иң ҙур күрһәткес. Был кешеләрҙең 2,530 миллионы ҡалаларҙа йәшәй, 1,561 миллионы – ауылдарҙа. Волга буйы федераль округында бөтәһе 28,943 миллион кеше теркәлгән, уларҙың 20,877 миллионы – ҡалала, 8,066 миллионы – ауылдарҙа.
– Һандар насар түгел. Беҙ һуңғы ике-өс йылда миграция ағымдары үҙгәрешен теркәйбеҙ. Хеҙмәт миграцияһы сальдоһы ыңғай булды. Шулай уҡ студенттар һәм уҡыусылар сальдоһы ла оҙайлы йылдар дауамында беренсе тапҡыр ыңғай күрһәткестәр бирә. Ике меңдән ашыу студент беҙгә килеп уҡый башлаған. Был бик яҡшы күрһәткес. Беҙҙең республика Рәсәйҙә халыҡ һаны буйынса етенсе урында, – тине Радий Хәбиров.
Халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы һандарын 2022 йылдың 31 декабрендә билдәле буласаҡ. Статистар белдереүенсә, әлегә һандар яҡынса һәм уларҙың бер ни тиклем үҙгәреүе бар.
Фото: news.myseldon.com