Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу буйынса тәүге мәғлүмәттәр билдәле булды.
Хәҙер Рәсәйҙә даими рәүештә 147,2 миллион кеше йәшәй. 2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу һандары менән сағыштырғанда 2,05 миллион кешегә йәки 1,4 процентҡа үҫеш бар.
Ә Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында халыҡ һаны буйынса етенсе урынды биләй һәм 4 миллион 91 мең кеше тәшкил итә. Был Волга буйы федераль округында иң ҙур күрһәткес. Был кешеләрҙең 2,530 миллионы ҡалаларҙа йәшәй, 1,561 миллионы – ауылдарҙа. Волга буйы федераль округында бөтәһе 28,943 миллион кеше теркәлгән, уларҙың 20,877 миллионы – ҡалала, 8,066 миллионы – ауылдарҙа.
Был турала фекерҙәре менән Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы, доцент Азат Йәнгиров уртаҡлашты.
– Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы уңышлы үҫеште, быны илдең төрлө рейтингтарындағы юғары урындар күрһәтә. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы төҙөгән сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй рейтингы башында торҙо. 2021 йылда Башҡортостан тәүге тапҡыр Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында тәүге биш лидер иҫәбенә инде. 2021 йылда республикабыҙҙың сәнәғәт етештереүе индексы 107,5 процент тәшкил итте, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 2,2 процентҡа юғары. Был һуңғы 10 йылда иң юғары күрһәткес. Был – хеҙмәткәрҙәрҙең, предприятие етәкселәренең һәм республика Хөкүмәтенең ғәйәт ҙур хеҙмәте, – тине ул.
Фото: irorb.ru