Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
20 Июнь 2022, 13:45

Нисә ир-атҡа нисә ҡатын-ҡыҙ тура килә?

Халыҡ иҫәбен алыуҙың тағы бер һөҙөмтәһе билдәле булды. 

Нисә ир-атҡа нисә ҡатын-ҡыҙ тура килә?
Нисә ир-атҡа нисә ҡатын-ҡыҙ тура килә?

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә – халыҡ иҫәбен алыу көнөнә Рәсәйҙә даими йәшәгән 147,2 миллион кеше иҫәпкә алынған. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда ил халҡы 2,05 миллион кешегә, йәғни 1,4 процентҡа артҡан, тип хәбәр итте Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә “Башстат” етәксеһе Әкрәм Ғәниев.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда, Рәсәйҙең 28 төбәгендә халыҡ һаны артҡан.

– Рәсәйҙең иң күп халыҡлы төбәктәре – ул Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Санкт-Петербург, Свердловск һәм Ростов өлкәләре, Башҡортостан һәм Татарстан. Уларҙа илебеҙ халҡының өстән бер өлөшө йәшәй. Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында халыҡ иҫәбе буйынса етенсе, шулай уҡ Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урынды биләй, – тине Әкрәм Ғәниев.

2021 йылдың 1 октябренә ҡарата яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда даими йәшәгән 4,091 миллион кеше иҫәпкә алынған.

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары менән сағыштырғанда, республика халҡы 0,5 процентҡа артҡан. 2010 йыл менән сағыштырғанда, баш ҡалала халыҡ туғыҙ процентҡа артҡан. Бындай динамика Өфөгә халыҡ иҫәбе буйынса Омск һәм Дондағы Ростовты уҙып китергә һәм Һамар менән Силәбегә яҡынлашырға мөмкинлек бирҙе.

– Ауыл һәм ҡала халҡының нисбәте урбанизация процесының дауам ителеүе хаҡында һөйләй. 2010 йыл менән сағыштырмаса, Башҡортостанда ҡала халҡының өлөшө 1,4 процент пунктына артты һәм 61,8 процент тәшкил итте. Ауыл халҡының өлөшө 38,2 процент тәшкил иткән. 2010 йылда ҡала һәм ауыл халҡының нисбәте 60,4 һәм 39,6 процент ине, – тине ул.

Уның һүҙҙәренсә, республика халҡының дөйөм һанынан ир-егеттәрҙең өлөшө – 47,2 процент, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы иһә 52,8 процент тәшкил иткән. 2010 йылда был нисбәт 46,7 һәм 53,3 процент булған.

Әлегә был һандар яҡынса. Мәғлүмәт тулыһынса эшкәртелеп бөткәс, һандарҙың саҡ ҡына үҙгәреүе ихтимал.

– Әлеге Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бик ҡатмарлы шарттарҙа уҙҙы. Уға әҙерлек өс йыл дауамында алып барылды һәм коронавирус пандемияһына бәйле уны үткәреү көнө өс тапҡыр күсерелде. Әммә шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу төбәк Хөкүмәте, республика власы һәм урындағы үҙидара органдары, мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары, фәнни берләшмә, киң мәғлүмәт саралары, ирекмәндәр хәрәкәте командаһының яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә юғары кимәлдә уҙҙы. Айырыуса Эске эштәр министрлығы, Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренә иҫәп алыу персоналының тәртибен һәм хәүефһеҙлеген тәьмин иткәне, шулай уҡ эпидемиологик талаптарҙы үтәгәндә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – тине Әкрәм Ғәниев.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: