Бөгөн Өфөнөң Киров районында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Менделеев урамында төҙөлгән йортта бишенсе-алтынсы ҡат бейеклегенән төҙөлөш “люлькаһы” ҡоланы. Уның эсендә дүрт кеше булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике төҙөүсе фажиғә урынында һәләк булды. Ҡалған икәүһен дауаханаға алып киткәйнеләр, яңыраҡ унда тағы бер кешенең алған йәрәхәттәрҙән һәләк булыуы тураһында билдәле булды. Дүртенсе йәрәхәтләнгән кеше үтә ауыр хәлдә, уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә.
Был хәл буйынса Өфөлә прокуратура тикшереү башлаған.
“Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен координациялау өсөн ваҡиға урынына Өфө прокуроры Сергей Воронов юлланған. Тикшереү барышында яуаплы кешеләрҙең хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы тураһында ҡануниәт талаптарын, шулай уҡ төҙөлөш ҡағиҙәләрен һәм нормативтарын үтәүҙәренә баһа биреләсәк. Нигеҙҙәр булған осраҡта, прокурор ярҙамы сараларын күреү тураһында мәсьәлә хәл ителер”, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Киров районы буйынса Тәфтиш бүлеге тәфтиш алды тикшереүен ойошторған, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса “люлька”ның нығытыу урыны ысҡынған һәм кешеләр шуға ҡолаған.
Фото: МЧС.