Бөтә яңылыҡтар

Ҡатынының кәүҙәһен ире сығарған...

Ауылда - фажиғә...

Ҡатынының кәүҙәһен ире сығарған...
Ҡатынының кәүҙәһен ире сығарған...

Һыуҙағы сираттағы фажиғә кисә Учалы районының Туңғатар ауылы янында, һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән Уй йылғаһында булған. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, шаһиттар һүҙҙәренсә, иҫерек килеш йылғаға һыу инергә киткән 48 йәшлек ҡатын бер мәл кешеләрҙең күҙенән юғалған. Ханымды йылғанан уның ире сығарған, табиптар уның үлгәнен раҫлаған.

Оператив-тикшереү эштәре алып барыла.

Иҫеңдә тот:

- Тик йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу ин;

- Һыуға иҫерек килеш инмә. Алкоголь аяҡ-ҡулдарының хәрәкәтен тотҡарлай, тын алыу тиҙлеген кәметә, ә көстәр тиҙ бөтә.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: