Ҡотҡарыусылар атты Ағиҙел йылғаһы аша сығарған
Бөгөн көндөҙ Өфө ҡалаһында, Таш кисеү районында, ат текә ярҙан ҡолап төшкән һәм йылға ярындағы юлһыҙ ҡамауға эләккән. Кисекмәҫтән ваҡиға урынына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары килгән. Хәлде баһалап, улар ҡотҡарыу операцияһын ойоштора башлаған. Махсус ҡорамалдар һәм яйға һалынған ғәмәлдәр ярҙамында ҡотҡарыусылар атты йылға ярынан һаҡ ҡына сығарырға, уны һауа тултырылған һалға тейәп, ағым буйлап түбәнгә, ярҙан сығарырлыҡ урынға күсергән. Бәхеткә күрә, йығылыу һөҙөмтәһендә хайуан етди йәрәхәтләнмәгән. Ветеринарҙар ҡарап сыҡҡандан һуң ат хужаларына тапшырылған. Ҡотҡарыусыларҙың килешеп эш итеүе арҡаһында, ат уңышлы эвакуацияланған.
Мәғлүмәт: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты