Бөгөн хәүефле хәбәр билдәле булды. Баймаҡ районында кешегә айыу һөжүм иткән. Әлеге ваҡытта уның ғүмере өсөн Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы табиптары көрәшә. Был турала һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
Билдәле булыуынса, януарҙан таланған кешегә 62 йәш. Уны дауаханаға ҡатыны килтергән. Ирҙең һөйләүе буйынса, урманда уға айыу һөжүм иткән. Уны тиҙ арала хирургтар, реаниматолог, невролог, окулист ҡараған һәм Өфөнөң 21-се дауаханаһындағы бит-яңаҡ хирургы менән телемедицина консультацияһы үткәргәндәр.
“Әлеге ваҡытта ир ауыр хәлдә, ул реанимацияла. Уның өҙгөләнгән яралары күп, һынған урындары бар һәм травматик шок. Табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә, мөмкинлек булыу менән Өфөгә күсереү мәсьәләһе өйрәнелә. Был уның хәленән торасаҡ”, – ип яҙҙы министр социаль селтәрҙә.
Иртә яҙ тимәк айыуҙарҙы ла иртә уятҡан...