Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
23 Апрель 2019, 12:29

Лимузин түгел, а трамвай!

Шәмбе көндө өфөләр байрамса шарҙар, сәскәләр менән биҙәлгән трамвайҙы күреп, бик ныҡ ғәжәпләнде. Ғәҙәти “Дәүләт циркы – Телеүҙәк” маршрутының туй кортежына әүерелерен кем уйлаған?

Шәмбе көндө өфөләр байрамса шарҙар, сәскәләр менән биҙәлгән трамвайҙы күреп, бик ныҡ ғәжәпләнде. Ғәҙәти “Дәүләт циркы – Телеүҙәк” маршрутының туй кортежына әүерелерен кем уйлаған?


Романтиктар беҙҙә бар икән әле! Ләйсән һәм Денисты трамвайҙа ЗАГС хеҙмәткәре тантаналы рәүештә теркәгәндән һуң, яҡындары, дуҫ-ише һәм ата-әсәләре законлы никах менән ҡотланы.


Йәштәр бынанан биш йыл элек АҠШ-та осраҡлы таныша, ә Өфөгә ҡайтҡас, яҙмыштарын бергә бәйләргә була. Баҡһаң, бер заман трамвай көткәндә егет һөйгәненә уның менән ғаилә ҡорорға теләүен белдергән. Өҫтәүенә Денистың атаһы ғүмер буйы тимер юлында эшләгән, шунда буласаҡ ҡатыны менән танышҡан. Ә Ләйсәндең атаһы оҙаҡ йылдар Өфөнөң электр транспорты идаралығында хеҙмәт иткән.


Шуға күрә иҫтәлекле көндө тап трамвайҙа үткәреү идеяһы буш ерлектә тыумағаны аңлашыла.


Фото: шәхси архивтан
Читайте нас: