Бер ир Стәрленән, баҙарҙа бесән һатып ҡайтып бара икән. Автобус юҡ ул ваҡытта, йөк машиналары ла һирәк осрай. Ағай, кәрәк-яраҡ артынан магазиндар буйлап йөрөп, кискә ҡалған.
Ашҡаҙар йылғаһы буйынан ат юлынан ауылына тиклем утыҙ саҡрым. Был ни, бер яртыны башлап, танау төбөнән мөңрәп, ҡайтып бара икән.
Ҡышҡы көн ҡыҫҡа, ҡаланан алыҫлашып, бер ауылды үткәнсе, эңер ҙә төшкән. Ат – аҡыллы мал, юл ҡатыһын үҙе тояғы менән һәрмәп тигәндәй, үҙ ыңғайына юртаҡлай. Алда тағы муҡшы ауылы бар, шунан инде ағайҙың да ауылына, урыҫ әйтмешләй, “рукой подать”...
Шулай ыңғай ғына ҡайтып барғанда аты, нимәнәндер өркөп, туҡтап ҡала. Сеү, нимә был? Юлда бер шәүлә тора! Ағай, һәнәген ҡулына йәпләп тотоп, китә тегенең янына... Бәй, ҡатын затынан бит был! Өшөп бөткән, бер төйөнсәк тотҡан булған. Алдағы ауылға юл тотҡандыр инде.
– Здрасьте! – тигән була ағай. Яуап юҡ.
– Садитесь, подвезу, вам в Айгулево?
Бер һүҙ өндәшмәй теге санаға менеп ултыра. Ярай, күрәләтә ҡышҡы һыуыҡта кешене ташлап китеп булмай бит инде, йәй көнө булһа, бер хәл...
Әҙерәк барғас, ағай тағы өндәшә. Теге ҡатын ниҙер мығырлай, ирендәре тыңламай, ныҡ өшөгән, ахыры. Бәй, башланған араҡыһы бар ҙабаһа! Ағай, тиҙ генә ҡуйынындағы яртыны алып, бөкөһөн атып бәрә лә, башын артҡа саңҡайтып, теге ҡатындың ауыҙына араҡыны ҡоя. Үҙен дә онотмай ағай, шул уҡ дозаны үҙенә лә оҙата. Шунан толобон йәйеп, ҡатынды ҡосағына ала. Нисек тә йылытырға инде, юҡһа купме кеше ҡышҡы юлда туңып үлә...
Ат яйлап ҡына атлап бара. Теге мәрйә лә яйлап ҡуҙғала башлай, спирт үҙ эшен башҡарҙы, күрәһең.
– Да, спасибо вам! – ти был. Ағай дауаны дауам итергә тип, шешәне юдашына һуҙа.
– Нет-нет, что вы, хватит, – ти был. “Нет, не хватит”, тип көсләп, бер-ике йотом шыйыҡсаны барыбер ауыҙына һала ағай, ҡалғанын үҙе йотоп ҡуя.
Бара торғас, йырлағыһы килә башлай, мәрйә лә ҡуйынында ирей, бесәй кеуек мырлап килә. Спирт шауҡымы ла тәҫьир иткәндер инде, ағайҙың дәрте ҡуҙғала башлай. Ни эшләргә? Теге ҡатынды һыйпап ҡарай, ыңғай реакция ла юҡ, ҡаршы килеү ҙә... Ни булһа ла булыр, тип ағай ҡыйыуланыбыраҡ китә. Бер ваҡыт теге ҡатын:
– Яҡшымы? – тип башҡортса өндәшмәһенме?!
– Яҡшы, яҡшы! – Ағай эшен дауам итә.
Был һорау бер нисә тапҡыр ҡабатлана, шунан ҡатын ағайҙың сикәһенә саба. Шунда ғына башына балта менән һуҡҡан кеуек була – был ҡатын бит башҡортса һорай?!
Нисек дәрте ҡапыл ҡуҙғала, шулай кинәт һунә "Казанова"ның. Тороп, кейемен рәтләп ултырғанында, юлдашы телгә килеп:
– Холодно ведь, дядя, до деревни потерпи, пожалуйста, – тигән.
Муҡшы телендә һыуыҡ “якшамо” икән...