Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
9 Август 2019, 16:30

Ул барыбер ҡайтыр

– Йәшең утыҙға етә, өйлән инде, улым. Ана, класташың Илнурға ла никах уҡытҡандар!– Әсәй, ҡабатлама инде, – диванда китап уҡып ултырған Нәзир, урынынан ҡуҙғалып, кухняға үтте.

– Йәшең утыҙға етә, өйлән инде, улым. Ана, класташың Илнурға ла никах уҡытҡандар!
– Әсәй, ҡабатлама инде, – диванда китап уҡып ултырған Нәзир, урынынан ҡуҙғалып, кухняға үтте.
– Яңғыҙ ҡалаһың тип ҡурҡам, балам. Йәшең үтеп бара бит... – Нәжиә улына эйәрҙе.
– Һуң, кемгә өйләнәйем, әсәй? Күңелемә оҡшаған кешем дә юҡ...
– Беҙҙә эшләгән Тәнзиләнең туғанының ҡыҙы быйыл институт бөтөрөп ҡайта. Нәзир кеүек аҡыллы егет менән таныштырырға ине, тиҙәр.
– Юҡ, әсәй!
– Нимәһе юҡ? Ғүмергә яңғыҙың йәшәрһеңме?
– Юҡ, әсәй. Тағы бер юҡ! Өйләнһәм дә, Айгөлгә генә өй­ләнәм. Унан башҡа кеше кәрәкмәй миңә!
– Һуң, Айгөлөң алты йыл тормошта бит инде. Күптән онот­ҡандыр үҙеңде.
– Ул онотһа ла, мин онотманым!
– Кейәүҙә бит ул! Бына тигән итеп йәшәп ята...
– Юҡ, әсәй, барыбер ҡайтыр ул. Көтәм әле...

* * *

Улар бер класта уҡыны. Мәктәпкә төшкән беренсе көн­дәрҙән бер-береһенә яҡынайҙылар. Дуҫтарса аралашыу үҫмер йыл­дарға яҡын мөхәббәткә әйләнде. Ғүмергә бергә булырҙар кеүек ине. Барыһы ла шулай булыр тип көттө. Урта мәктәптән һуң икеһе ике техникумға уҡырға инде. Уны та­мамлауға егетте армия хеҙмәтенә алдылар. Айгөл Нәзирҙе хеҙмәткә оҙатты, бер-береһенең хәлен белешеп торҙолар. Егеттең ҡай­тырына ике ай ҡалғас, Айгөл күрше ауыл егете Рәдискә тормошҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Уйламаған ерҙән.
Өфөнән егеттең машинаһына ултырып ҡайтыуы сәбәпсе булды. Юл буйы һөйләшеп килделәр. Ҡыҙҙан күпкә өлкән өйләнмәгән егет урлап алып ҡайтты үҙен. “Егетем бар, уны көтәм”, тиеүҙәрен дә аңламаны, үҙенекен итте. Урланған ҡыҙға яҙмышына буйһоноп йәшәү­ҙән башҡа сара ҡалманы. Эше уңышлы барған Рәдис ҡатынына наҙын да, бүләктәрен дә ҡыҙ­ғанманы. Тик балалары булманы. Айгөл ирен ярата алманы.
Әхирәттәре уның бәхетенә көнләшеп ҡараны. Кем-кем, хатта әсәһе лә һүҙ арты һүҙ әйткеләне: “Кем гел генә һөйөшөп йәшәй инде? Һиңә тигән бәхет кемгә тәтегән әле? Иҫәрләнеп Нәзиреңде уйлап ятма. Өйрәнеп китерһең. Түҙ, түҙ, тағы бер тапҡыр түҙ...”
* * *

Нәзир, армия хеҙмәтенән ҡайт­ҡас, ситкә сығып китмәне. Ауылда эшкә урынлашты. Яңы нигеҙ ҡорҙо. Күңеленән Айгөлө менән һөй­ләшеп, уның иртәме-һуңмы, бер ҡайтырына өмөтләнеп йәшәне. Район һабантуйында күрештеләр.
– Мин барыбер һине көтәм, Айгөл. Һинең менән йәшәр өсөн генә матур өй төҙөнөм. Түҙемлегең бөткәс, төн уртаһындамы, таң атҡандамы – ҡасан тәҙрәмде ҡаҡһаң да, ҡабул итәм. Һинең өсөн йөрәгем дә, ишегем дә асыҡ. Шуны иҫтә тот, – тине лә үтеп китте.
Уларҙы ситтән күҙәтеп торған Рәдис тыштан бер ни һиҙҙермәне. Ә Айгөл бынан һуң законлы ирен үҙенә яҡын да килтерә алманы. Эсмәй, тартмай, аҡсаны, кем әйтмешләй, “көрәп” эшләй. Ял итергә Айгөлдөң төшөнә лә инмәгән курорттарға йөрөтә, ят ризыҡ­тарҙан, емештәрҙән ауыҙ иттерә. Улай ғынамы әле, ҡайһы төбәккә командировкаға юлланһа ла, алтын беләҙек, йөҙөк, алҡа, балдаҡтар алып ҡайта. Айгөлгә генә быларҙың ҡыҙығы юҡ. Эшен теүәл, йыйнаҡ итеп алып бара, өй мәшәҡәттәрен башҡара, ризыҡтар әҙерләп, ирен тәрбиәләргә тырыша.
– Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай, тиҙәр. Дөрөҫ икән. Нәзиреңде һағынаһыңмы? – Рәдис көндәрҙең береһендә Айгөлгә тура һорауын бирҙе.
– Беҙ бит уның менән вәғәҙәләшкәйнек. Уны көтөргә һүҙ биреп, армияға оҙатҡайным...
– Мин дә “ярата алырһың” тип уйлағайным. Мәжбүри яраттырып булмай икән. Көндән-көн һыуы­наһың. Улай тиһәң, һинең миңә ҡасан йылыңды бүләк иткәнең булды? Илап төн үткәреүеңде күреү миңә лә еңел түгел...
– Мин үҙемде еңә алмайым. Үҙемде мәжбүр итә алыу көсөм юҡ. Ғәфү ит. Мине лә, үҙеңде лә, Нәзирҙе лә бәхетһеҙ иттең.
– Үҙем дә шулай уйлайым. Нәзирең дә һине онота алмағас, иң яҡшыһы – айырылышыу. Һин нисек уйлайһың?
Айгөл аптырауҙан телһеҙ ҡалды.
– Ысынлап әйтәм: айырылыша­йыҡ. Үҙ юлдарыбыҙҙан китәйек. Шулай яҡшыраҡ булыр. Иртәгә үк ғариза бирәйек. Бергә үткәргән йылдар иҫтәлеге итеп теләгән әйбереңде ал.
– Кәрәкмәй, рәхмәт. Мал табыла ул... – Айгөл, урынынан тороп, документтарын барлай башланы.
– Алтындарыңды, затлы кейем­дәреңде – барыһын да ал. Үҙеңә кәрәкмәһә, ҡыҙҙарың тыуғас, уларға бүләк итерһең.


* * *

– Айгөл Рәдистән айырылып ҡайтҡан!
Был хәбәр көнө, минуты менән эш өҫтөндә ултырған Нәзиргә килеп етте.
– Ысынлап һөйләйһегеҙме, яңылышмайһығыҙмы?
– Юҡ, бөгөн законлы рәүештә айырылыштылар. Бер-береһенә бәхет теләп, икеһе ике яҡҡа атланы. Үҙем был хәлдең шаһиты булдым, – тине хеҙмәттәше.
Нәзир эш сәғәте тамамланыуын минутлап түгел, секундлап көттө. Ҡайтышлай уҡ матур гөлләмә, Айгөл яратҡан шоколадты алып, өҫ-башын алмаштырып, һөйгә­ненең тыуған йортона ашыҡты.
Аңлашырға һүҙ кәрәкмәне бер-береһе өсөн яралған йәндәргә. Алдағы йома көнөндә никах уҡытырға һөйләшеп айырылыштылар. Көн һайын осрашып, һөйөшөп туя алмаған пар, ниһайәт, ҡауышты. Атай-әсәйҙәре, туған­дары уларҙың үҙҙәренән дә шат ине.
Яңы нигеҙҙә яңы тормош башланды. Ҙур һынауҙарҙы сабырлыҡ менән үткәрә белгән йәрҙәр һү­релмәҫ мөхәббәт, һөйөү уты менән көсәйтеп йәшәне ғаилә усағын. Һөйөү емештәре булып, бер-бер артлы өс балалары донъяға килде. Үҙҙәренең дауамын сабыйҙарында күреп, һөйөнөп кенә йәшәйҙәр. Бәхет тигән бөйөк хисте тәрән аңлаған, уны һаҡлай белгәндәр генә быға лайыҡтыр. “Барыбер ҡайтыр ул”, тип йылдар дауамында Айгөлөн көткән Нәзирҙең ышанысы аҡланды.
Читайте нас: