Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
10 Август 2019, 15:09

Аяҡһыҙ десантсыны ҡыуаныс көтә

Хәрби хеҙмәтен үтәгәндә казарма емерелеп, Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиевтең ике аяҡһыҙ ҡалыуы бөтә илгә мәғлүм.

Р. Нәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән
Хәрби хеҙмәтен үтәгәндә казарма емерелеп, Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиевтең ике аяҡһыҙ ҡалыуы бөтә илгә мәғлүм. Шундай хәлдә лә бирешмәгән егет - бөгөн профессиональ спортсы. Шуныһы ҡыуаныслы - армияға оҙатып ҡалған һөйгән ҡыҙы Индира менән ғаилә ҡороп, бөгөн улар улар бәхетле ғүмер кисерә. 2017 йылдың көҙөндә София исемле ҡыҙҙары донъяға килде.
Бәхетле атай Инстрагамдағы сәхифәһендә үҙенең тағы бер яңылығы һәм шатлығы менән уртаҡлаша. "Беҙҙә йәнә бер сабый тыуасаҡ... Элек был хаҡта һөйләй алмай инек, сөнки Индира өс ай ғына булһа ла үтһен тип теләне. 2020 йылдың ғинуарында беҙ ғаиләлә дүртәү буласаҡбыҙ. Баланың енесен әлегә белмәйбеҙ. Хис-тойғолар сиктән аша, бәхетемдең осо-ҡырыйы юҡ. Мин һәр ваҡыт ғаилә хаҡында хыялландым һәм хыялдарым тормошҡа аша..." - тип яҙа Рөстәм Нәбиев.
Йәш ғаиләнең ҡыуанысын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ.