Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
6 Декабрь 2019, 23:45

Азамат Тимеров нисек кәләш алған?

"Был егет бик телдәр күренә. Теле телгә йоҡмай һөйләй ҙә һөйләй... Арыу кешеме икән? Беҙҙең заманда ҡыҙ йортона барыу тигән нәмә бөтөнләй булманы..."

Башҡорт эстрадаһының билдәле йырсылары Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың өйләнешеү тарихы үҙенсәлекле генә. Ә быйыл улар ҡайны-ҡәйнә булыу бәхетенә ирешкән.
Азамат менән танышыу, дуҫлашыу, өйләнешеү тарихын хәләл ефете – йырсы Нәсимә Тимерова һөйләгәйне.
“Тәүге көн күрешкән саҡта ниңәлер башымдан: “Ҡалай атайыма оҡшаған был егет!” – тигән уй үтте. Башын ҡырыныраҡ ҡуйып ултырыуы, хәбәр һөйләүе, атлап китеше шул тиклем оҡшаған! Азамат менән уҡыуға ла, мәҙәни сараларға ла гел бергә йөрөнөк, Баймаҡҡа ла бергә ҡайта инек. Тәү ҡараштан мөхәббәт булманы, тәүҙә дуҫтарса ғына аралаштыҡ. Киреһенсә, был талантлы егет бәхетенә һәйбәт кенә башҡорт ҡыҙы тап булһа ине, тип теләй инем.
Ҡышҡы каникулдан һуң уҡырға килгәс, Азамат миңә хистәрен белдереп, дуҫлыҡ тәҡдим итте. Тәүҙә аптырап ҡалдым. Мөнәсәбәттәргә икенсе күҙлектән ҡарап, үҙемдең дә уға битараф түгеллегемде аңланым.
Икенсе курсты тамамлап, йәйге каникулға ҡайтҡас, бер көндө, көтмәгәндә, Азамат Әмингә килеп төштө. Ағайҙарым, атайым эштә ине. “Нимәгә килде икән?” тип уйлайым, әммә һорарға ҡыймайым.
Атай һәм ағайҙар бер-бер артлы ҡайтып инде. “Ирәндек” бейеү ансамблендә бейегән Рәфҡәт ағайым менән Азамат таныш ине.
- Әллә концерт менән килдегеҙме? – ти ағайым бер аҙ аптырап.
- Юҡ, бына Нәсимәгә килдем, – булды яуап.
Азамат ҡайтып киткәс, атайым:
- Был егет бик телдәр күренә. Теле телгә йоҡмай һөйләй ҙә һөйләй... Арыу кешеме икән? Беҙҙең заманда ҡыҙ йортона барыу тигән нәмә булманы. Кейәү булғас та шым ғына ултыра торғайныҡ. Күп һөйләп, аҙ эшләй торған булмағайы... – тип шик белдерҙе. Рәфҡәт ағайым танышын яҡлап:
- Мин уны күптән беләм: бик һәйбәт егет. Нәсимә уның менән хур булмаҫ! – тигәс, тынысландылар. Шулай итеп, 1992 йылдың 21 авгусында гөрләтеп туй үткәрҙек. Шунан бирле бергәбеҙ: тормошта ла, ижадта ла”.
Быйылғы йәйҙә Тимеровтар ҡайны-ҡәйнә булған: улдары Урал кәләш алған. Йәштәргә тиң, тигеҙ, мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ!
Читайте нас: