Мөхәббәт баҡсаһы
9 Января 2020, 19:05

Апрелдә ярата инем, майҙа яратмайым...

Студент саҡ. Бүлмәләш ҡыҙыбыҙ күрше ятаҡтан бер егет менән матур ғына дуҫлашып йөрөй...

Студент саҡ. Беҙгә 17-18 йәш. Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ мәле. Бүлмәләш ҡыҙ күрше ятаҡтан бер егет менән матур ғына итеп дуҫлашып йөрөй.
Ураған һайын егетен һөйләй, маҡтап бөтә алмай: "Эй, ҡыҙҙар, ул шул тиклем һәйбәт! Уның кеүек егеттәр был донъяла юҡтыр ул", - тип тороп ебәрә.
Бер көн осрашыуҙан күңелһеҙ генә ҡайтып инде. "Берәй хәл булдымы әллә?" - тип ҡыҙыҡһындыҡ.
- Эй ҡыҙҙар, ташлармын ул мин уны. Яратмайым, - ти.
- Әле яңыраҡ ҡына "ул шул тиклем һәйбәт, яратам да, яратам", ти инең бит һуң, - тибеҙ.
- Апрелдә ярата инем, майҙа яратмайым, - ти ғашиҡ ҡыҙыбыҙ.
Рәхәтләнеп көлдөк, әлбиттә. Ошонан һуң "Апрелдә яратам, майҙа яратмайым" тигән һүҙбәйләнеш арыу уҡ ваҡыт беҙҙең бүлмә ҡыҙҙары араһында лаҡап булып йөрөнө.
Фото: ilovestyle.com
Читайте нас