Мөхәббәт баҡсаһы
31 Января 2020, 10:06

Йәйге кистә

Татыу ғаиләнең мәшәҡәттәре.

Йәмилә, ғәҙәтенсә, балаларына киске аш ашатты ла, һикелә түңкәреүле ятҡан ике күнәкте алып, һыйыр һауырға сыҡты. Артынан өлкән улы Ишғәлеһе тағылды. Үҙен күптән еткән егет һанаған ун биш йәшлек улы, күнегелгәнсә, быҙау ояһын асып ебәрҙе. Унан уйнаҡлап әлегә исемһеҙ быҙауҡай килеп сыҡты ла елендәре ташҡан инәһен имергә тотондо. Елендәр эйгәс, егет быҙауҙы кире айырҙы ла ат ялынан ишелгән бауға бәйләне. Һауған саҡта тибешмәһен тип, быҙауын ялаған һыйырҙың арҡаһынан һыйпап-һыйпап яратты.


Ҡыҙыҡ бала инде, мал-тыуарҙы ҡулға өйрәтеп бөткән. Шуға ла, әсәһе кәртә-ҡура тирәһенә йыйынһа, Ишғәле лә шунда урала. Йәмилә, йылғыр ҡатын, һыйырҙы шәп һауа. Бер күнәкте ҡайһы арала тултыра һалып улына бирҙе. Уныһы һөттө йүгереп аласыҡҡа индерҙе. Ҡулына тағы бер буш биҙрә тотоп кире сыҡты, икенсе быҙауҙы ҡушты. Был һыйырҙың елене эйгәнсе, әсәһенең ҡулынан тулы күнәкте алып, аласыҡҡа тағы бер рейс яһап килде.
Икенсе һыйырын да йәһәтләп һауып, Йәмилә аласыҡҡа инде. Өлкән ҡыҙҙары Рәмилә менән Рәшиҙә сепарат тауышына ҡушылып йыр һуҙа. Берәүһе борған арала, икенсеһе ҡаҙанына һөт өҫтәй. Һөттө айыртып бөтөү менән, көтөп торғандай, аласыҡҡа Ишмырҙа менән Нурия, ғаиләнең кинйәкәйҙәре, тып-тып баҫып килеп инде. Улар сыҙам ғына сепараттың ҡаймаҡ аҡҡан торбаһынан күҙҙәрен алмай көтөп торҙо.
Нурия, ҡустыһынан әҙгә генә олораҡ булыуынан файҙаланып, туғанын урындыҡҡа саҡырҙы. Ашъяулыҡтағы япма аҫтына теленеп һалынған икмәкте алып бирҙе. Рәшиҙә апайҙары уларға баяғы ҡаймаҡ торбаһын килтереп тотторҙо. Нурия тәүҙә ҡустыһының телеменә, унан үҙенекенә ҡаймаҡ ағыҙҙы ла ҡалған тамсыларын бармағы менән һыпырып ялап ҡуйҙы.
Ҡаймаҡтың иң тәмлеһе шундалыр һымаҡ. Һыйырҙар һөтлө булыр, ҡаймаҡтың һуңғы там­сыһын ҡыҙҙар ялаһын, тигәйне бер мәл әсәйҙәре. Шуға малайҙар был ҡаймаҡ торбаһына ынтылмай. Улар, ана, һөт күбеген ялай. Үҙенә күрә сәйер ғәҙәт, ағас ҡалаҡ йә булмаһа бармаҡ осо менән генә манып алып, мәж киләләр. Аслыҡтан да түгел, балаларҙың сабый саҡта ғына яратып башҡара торған ғәҙәттәре ул.
Йәмилә, әллә көн буйы йорт эштәренән арып, әллә балаларына ҡарап һоҡланып онотолоп китеп, бәләкәй мейескә ар­ҡаһын терәп торҙо ла, утын йөкмәп Ишғәле килеп ингәс, ҡәҙимге хәрәкәткә ҡушылып китте. Ишғәле, шаянлығын еңә алмай, урындыҡҡа ултырып, кө­лөшә-көлөшә икмәк ашаған ике бә­ләкәскә яҡыныраҡ килде лә һүҙ ҡушты:

– Башмаҡтар, һаман туймай! Ана, быҙауҙарҙан ҡалған һөттө сығып имеп ҡуйығыҙ иш-шеү!
– Үҙең имеп бөтөп ингәнһеңдер әле, күҙҙәрең йызлай, – Нурия яуабын тапты.
Нурияның тапҡырлығына хайран ҡалып, бөтәһе лә көлөп ебәрҙе. Ишғәле лә, һеңлеһенән бындай яуап көтмәгәс, ҡалғандарға ҡушылды.
Йәмилә, йәм-йәшел күҙҙәрен йәм­ләндереп, эш аралаш стеналағы сәғәткә күҙ һалды. Ун бер тула. Хәҙер Ишмораты эштән ҡайтып етергә тейеш. Сөгөндәге ашты йылытырға ҡуйҙы. Ишғәлене тағы тышҡа, мунсаға утын өҫтәргә йомошланы. Көн буйы эҫелә тракторҙа һелкенеп йөрөгән ғаилә башлығына эштән һуң ял кәрәк, йүндерек тәнен яҙырға мунсаһыҙ булмай. Шуға йәйҙә мунсаға ял юҡ, көн дә яғып ҡына торалар.
Ҡыҙҙар түрбашта эштәрен бөтөп, алъяпҡыстарын систе лә өҫтәл тәрбиәләп йөрөгән әсәйҙәренең ҡаршыһына килеп баҫты.

– Әсәй, киске уйынға сығайыҡмы беҙ?
Рәшиҙә менән Рәмилә, ҡәҙерле ке­шеләренең ни әйтерен алдан белһә лә, фатихаһыҙ йөрөмәйҙәр.
– Атайығыҙ ни тиер? Минең генә ризалыҡ менән сығып китһәгеҙ, уға оҡшамаҫ бит. Үткән аҙнала шулай һеҙ ҡайтҡансы йоҡлай алманыҡ. Эҙләп, артығыҙҙан йөрөр инек, әхирәттәрегеҙ алдында һеҙгә уңайһыҙ булыр тинек. Ҡуйығыҙ, ҡайтһын, үҙенән һорағыҙ...
Рәмилә, урындыҡта ултырған кесе туғандарын етәкләп алып, өйгә инеп китте. Улар артынан клуб яғынан төшкән яҡтыға ҡарай-ҡарай Рәшиҙә лә эйәрҙе.
Өйҙә һалҡынса. Ҡыҙҙар икәүһе ике йоҡо бүлмәһенә инеп юғалды. Йоҡларға урын йәйеү ҙә уларҙың көн дә башҡарыр бурысы. Бәләкәй Ишмырҙа атайҙың ҡайтҡанын ҡарауылларға геүелдәй-геүелдәй тәҙрә төбөнә менеп ҡунаҡланы, ә Нурия ҡурсаҡтарын йоҡларға һалырға карауаты янына йүнәлде.
Бер аҙҙан тышта трактор шаулағаны ишетелде. Тәҙрә төбөндәге бәләкәс, ҡыуанысынан тәүҙә тәҙрә быялаһын туҡылдатып, атай ҙа атай, тип һө­рәнләне, шунан туп итеп иҙәнгә йәтеш кенә һикереп төштө. Нурия апаһын етәкләп, тышҡа йүгерҙеләр.
Ике бәләкәс шулай көн дә атайҙы эштән ҡаршы алыуҙы үҙҙәренең йөкләмәһе итеп ҡарай. Трактор тауышы тынғас, Рәшиҙә менән Рәмилә лә тышҡа сыҡты. Атайҙы эштән ҡаршылау – был ғаиләлә һәр бала өсөн яҙылмаған ҡанун. Атайҙары ла шуға өйрәнгән. Ул тимер атынан төшә лә бәләкәй Ишмырҙаны күтәреп ала. Нурияһы гел эргәһендә урала. Шунан балаларының берәм-берәм баштарынан һыйпай. Был мәлдә инде Ишғәлеһе көн буйы ниҙәр эшләүен ентекләп һөйләй: шуны эшләгәндә ошолайыраҡ иткәйнем, килешмәгән һымаҡ, тиеп ебәрә. Быныһы атайҙың ҡеүәтләүен ишетер өсөндөр ҙә. Бер ыңғайы атаһы өлкән улына иртәгәгә бурыстар ҙа ҡуя. Уларын да, кәңәшләшеү һымаҡ итеп, һүҙ араһында ғына.
Аласыҡҡа ингән ирен Йәмилә лә йылмайып ҡаршылай.
– Бөгөн һуңға ҡалдың, ашты ике йылыттыҡ. Әйҙә, мунса инеп сыҡ та, табын янына. Балаларға йоҡларға ваҡыт, – тигән була. Көн дә ишеткән ҡаршылау һүҙҙәре булһа ла, Ишморат, бәлки, шуларҙы ҡабат ишетер өсөн аласыҡҡа инәлер ҙә.
Рәмилә менән Рәшиҙә лә иғтибарһыҙ ҡалмай. Әсәйҙәре, беҙ, тип хәбәр һөйләһә, был – ҡыҙҙарының эшен күрһәтеүе. Әле бөгөн дә:

– Өлкән өйҙөң тәҙрәләрен йыуҙыҡ. Нишләптер рамдарының буяуы йыуылып торасы. Сифатһыҙ булған микән? Иртәгә буяу алырға Сибай сыҡмаһаҡ. Аҡса етмәҫтер, Ислам бурысын ҡай­тарманымы? Ҡалдырып китергә онотоп ҡуйма инде...
Ҡатынын иғтибар менән тыңлап, Ишморат “ярай” тип баш һелкте. Ул арала сынйырынан өҙөлә яҙып өргән Дүрткүҙҙе барып ойпаланы. Хужаһының ҡай­тыуына шатланыуын эт тә йәшерә алмай, Ишмораттың аяғына уралды, ҡулдарын яланы.
Атайҙары мунсаға инеп киткәс, уның сыҡҡанын балалары түҙемһеҙлек менән, баҫыр урын тапмай көтөп алды. Өлкән ҡыҙҙар ҙа тынысһыҙ. Шулай булмай, Рәшиҙәнең дуҫлашып йөрөгән егете күптән Фәйрүзә әбейҙең эскәмйәһендә ултыра, уның сыҡҡанын көтә. Рәми­ләнеке күрше ауылдан бына-бына килеп етергә тейеш. Ҡыҙҙарының күңелдәре урынында түгеллеген һиҙеп йөрөгән Йәмилә лә үҙенә урын тапмай. Ни тиһәң дә, ҡыҙҙар буй еткән. Хәҙер, атайҙың рөхсәтенән тыш сығарып ебәрһә, тауыштан ҡурҡа.
Ҡыҙҙары тыңлаулы, тәрбиәле генә лә, тик уларҙы ныҡ тоторға кәрәк шул. Йомшаҡлыҡты аҙ ғына тойһалар, һорамайынса ла, ҡасан теләйҙәр, шунда сығып китеп, һуңлап ҡайтып йөрөүҙәре лә бар. Ошо хаҡта ла уйлап, Йәмилә ҡыҙҙарынан күҙен алмай. Имен-һау ғына уҡыуҙарын тамамлап, эшкә урынлашып, тормош ҡороп ебәрһендәр инде, тип теләк теләй әсә йөрәге. Ҡатын-ҡыҙ бәхете эштән дә ирҙән икәнен ул яҡшы белә.
Бер аҙҙан, кемуҙарҙан ҡысҡырышып һүҙ көрәштергән өс ҡолонсағын эйәртеп, Ишморат аласыҡҡа килеп инде. Күптән киске ашты ашаһалар ҙа, атайҙары менән бергә күмәкләшеп балалары ла өҫтәл уратып ултырҙы. Шул арала Рәмилә тиҙ генә сәйен эсеп бөтөп, сынаяғын түңкәрҙе лә, атаһына ҡарап:

– Рәшиҙәне киске уйынға алып сығып йөрөтөп киләйем әле, – тигән булды.
Тиктормаҫ Ишғәле:

– Юҡтыр, һиңә күрше ауылдан дуҫтарың килһә, Рәшиҙә ҡайғыһы китер, мин ҡарауыллап йөрөй алам бит уны!
Рәшиҙә ҡыҙарынды. Ишғәленең тағылыуы ғына етмәгәйне.
Ишморат өс балаһына текләп ҡараны. Уның ҡарашы был мәлдә уҫал ине.

– Йә, кемегеҙ кемде ҡарап йөрөй? Тураһын әйтегеҙ.
Ҡыҙҙар телһеҙ ҡалды. Ошоно ғына көткәндәй, Ишғәле йылмайып һөйләргә кереште:

– Рәмилә апайға күрше ауылдан бер бөҙрә сәсле егет матай менән килә. Рәшиҙәгеҙҙең артынан һаман теге Данир ҡалмай йөрөй. Шуны ла белмәйһегеҙме ни?
– Үҙең тураһында ла әйт, шәп булғасһың, – Рәшиҙә ярһығайны.
– Илгиз олатайҙың алма баҡсаһына төшөүеңде лә һөйләргә онотоп ҡуйма! – Рәмилә лә ҡыйыуланды.
Йәмилә, тыныс ҡына баҫып, балалары эргәһенә килде:

– Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, яҡшы кешеләр араһында йөрөгөҙ. Бер-берегеҙгә күҙ-ҡолаҡ булырға ла онотмағыҙ. Йәш саҡта киске уйынға сығаһың инде ул. Ҡайт­ҡанда ла бергәләшеп ҡайтығыҙ, беҙ бында йоҡламай көтөп ятмайыҡ. Рәмилә, һин онотоп ҡуйма, иртәнге автобус менән Сибайға сығабыҙ.
– Кем балаһы – шуныҡы, үҙегеҙҙе белеп йөрөгөҙ. Артығыҙҙан һүҙ эйәреп ҡайтмаһын! Барығыҙ, – тип аҙаҡҡы һүҙҙе атай кеше әйтте.
Оло туғандары ипләп баҫып сығып киткәс:

– Мин дә сыға-а-ам, – тип Нурия һуҙып илап ебәрҙе.
Атай менән әсәйҙә был ҡыҙыҡтан көлөү ҡайғыһы китте. Икәүләшеп ҡыҙыҡайҙы әүрәтә башланылар.
– Иртәрәк бит әле, балаҡайым, әҙерәк үҫһәң былай ҙа, уныһы ла, быныһы ла һин тип килер, тип ҡурҡып торабыҙ. Һин сыға башлаһаң, Ишмырҙа ла өлгөрөр инде. Уның үҫкәнен көтәйек, исмаһам...
Атаһы ҡыҙын алдына алып ултыртып:

– Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше,

Ҡыҙыма килер йөҙ кеше.

Йөҙ кешегә бирмәҫмен,

Алып китер бер кеше, –

тип таҡмаҡлағайны, тегеһе йылмайып ебәргән булды. Уңайын тапҡандай, апаһын йәлләп, Ишмырҙа ла иларға етеште. Атаһының ҡарашын тойоу менән, ирендәрен бүлтәйтеп, күҙҙәрен ышҡыны.
– Йоҡолары килгән быларҙың, әсәһе. Һуң бит инде...

Йәмилә, ике баланы ике ҡулына күтәреп, өйгә инеп китте. Ул арала Ишморат, донъя хәлдәре менән танышайым тип, тәҙрә төбөндәге гәзиттәрҙе алып ҡараштырҙы. Бәләкәстәрен йоҡларға һалып, ҡатыны сыҡты. Ҡашығаяҡ йыу­ған арала егәрле ҡатын иренең хәлдәрен һорашты. Ишмораты өйҙәгеләренең көндө нисек үткәреүҙәрен белеште.
– Ишғәлене әйтәм, әллә ниндәй мал йәнле бала. Ул эргәлә йөрөһә, һыйыр­ҙарҙың һөтө мул сыға. Тиктормаҫ Танаҡай ҙа ыңғай ғына һауҙыра, – тип тағы бер шатлығы менән уртаҡлашмай булдыра алманы Йәмилә.
– Бәләкәстән шулай бит! Эргәһендә гел бесәй, эт уралды. Иҫләмәйһеңме һуң, кәзә бәрәстәрен үҙе менән йоҡларға алып ятҡайны бер…
– Мал яратҡан бала насар юлдан китмәҫ, Аллаһ бойорһа!

Шулай һәр балаһы хаҡында оҙаҡ итеп һөйләште атай менән әсәй. Уларҙың һүҙгә килешеүҙәрен, шуҡлыҡтарын, Йәми­ләнең балалар роленә инеп һөйләүен ишетеп, рәхәтләнеп көлдө Ишморат. Өлкән ҡыҙҙарҙың дуҫлашып-һөйләшеп йөрөгән егеттәрен дә һорашты. Ишғә­ле­нең баяғы “күрше ауылдан килгән бөҙрә сәсле” тигәненең кем балаһы булыуы, ни менән шөғөлләнеүе тураһында ҡыҙыҡ­һынды. Шулай сөкөрләшеп, хужалар ярты төн үткәс кенә йоҡларға ятты.
Читайте нас