“Ҡасандыр ул минән мәңгелеккә уның тормошонан китеүемде һораны. Әлдә мин ваҡытында уның был ҡурҡыныс уйҙарын туҡтата алдым. Ул саҡта эстән генә шундай һүҙҙәре өсөн ныҡ үпкәләгәйнем. Бар көсөмә йәштәремде тыйып йылмая һәм барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип кенә әйтә инем”...
Ошондай хисле һүҙҙәрҙе билдәле блогер һәм элекке десантсы Рөстәм Нәбиевтың ҡатыны Индира үҙенең “Инстаграм”ында яҙып сыҡты.
“Ә аҙаҡ нимә булғанын беләһегеҙ... Тәҡдим яһаны, туй, София тыуҙы һәм бына Әминә. Янымда булғаның өсөн рәхмәт. Минеке булғаның өсөн рәхмәт. Минең ирем һәм балаларымдың атаһы булғаның өсөн рәхмәт. Мин һине яратам һәм рәхмәтлемен!” – тип яҙа Индира Нәбиева.
Был пост аҫтына ул фотолар ҙа һалған. Тәүгеһендә Рөстәм реанимацияла ятҡан саҡта Индира уны ҡулынан тотҡан, ә икенсеһенедә, ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр мәлдә – икенсе балаһын тапҡанда - Рөстәм уның ҡулын ебәрмәгән.
Һүҙ ҙә юҡ, Рөстәм - көслө рухлы кеше. Ә бына һәр ваҡыт янында булған, иң ауыр һәм ҡурҡыныс мәлдә лә уны ташлап китмәгән, мөхәббәте менән уны “теге донъянан” һөйрәп сығарған Индира ла ҙур хөрмәткә лайыҡ ысын ҡатын-ҡыҙ.