Мөхәббәт баҡсаһы
7 Апреля 2020, 19:45

“Әгәр ул минең ирем булһа...”

Ошо хәлдән һуң арабыҙ кинәт һыуынды. Күп тә үтмәй, һөйгәнемдең әхирәтемдең апайына өйләнгәне хаҡында ишеттем...

“Студент саҡта бер егет менән дуҫлашып киттек. Шундай ипле, алсаҡ, аҡыллы. Татыу ғаиләлә матур тәрбиә алған. Арабыҙ боҙолорлоҡ бер сәбәп тә юҡ кеүек ине.
Бер көндө әхирәтем тыуған көнөнә саҡырҙы. Ул бер туған апаһы менән ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй ине. Егетем менән икәүләп барҙыҡ. Ҡунаҡтар әллә ни күп булманы. Гөрләшеп, уйнап-йырлап, күңелле генә ултырҙыҡ.
Тәүге ҡунаҡтар ҡайтабыҙ тигәс, әхирәтем оҙатып сығырға булды. Мине лә үҙе менән саҡырҙы. “Әйҙә, магазинға барып етеп, тағы һут алайыҡ әле, өҫтәлдә һут бөттө”, - тигәс, ризалаштым.
Беҙ ҡунаҡтарҙы оҙатып, магазиндан ҡайтып ингәндә, егетем менән әхирәтемдең апайы сөкөрҙәшеп сәй эсә ине. Тегеһенең теле телгә йоҡмай, минең егет ауыҙын асып тыңлай. Беҙгә, дөрөҫөрәге, миңә, иғтибар иткән кеше лә юҡ.
Ҡунаҡтан ҡайтышлай һүҙгә килештек. Ошо хәлдән һуң арабыҙ кинәт һыуынды. Күп тә үтмәй әхирәтемдең апайы менән һөйгәнемдең өйләнешкәнен ишеттем. Әлбиттә, ныҡ ҡыйын булды. Әхирәт тә әхирәт булыуҙан туҡтаны, сөнки теге көн ул апайының һорауы буйынса мине алып сығып киткән булған. Бына шулай, егетһеҙ ҙә, әхирәтһеҙ ҙә ҡалдым.
Ваҡыт үтеп, күңел яралары бер аҙ төҙәлгәс, кейәүгә сыҡтым. Әммә уңдым тип әйтә алмайым. Ә тегеләр бәхетле йәшәй. Уларҙың “Бәйләнештә”, “Класташтар”, “Инстаграм”дағы сәхифәләрен ҡарап, хәлем бөтә. Бергә төшкән фотоларын ҡуялар, ҡайҙа ғына ял итергә йөрөмәйҙәр, тыуған көндәренә иҫ киткес ҡотлауҙар яҙышалар. Былар барыһы ла кешегә күрһәтеү өсөн эшләнәме, әллә, ысынлап та, мөнәсәбәттәре шул тиклемме икән, тип хайран ҡалам.
Күпме үҙемә һүҙ биргәнем бар: шуларҙың тормошон күҙәтмәҫкә, үҙ тормошом менән йәшәргә тип, юҡ, интернетҡа инеү менән элекке егетем менән ҡатынының яңылыҡтарын ҡарарға ашығам. Әгәр теге саҡта ошо ҡатын беҙҙең араға инмәһә, бөгөнгө көндә уның урынында мин булыр инем, шулай балда, майҙа йөҙөп, бәхетле йәшәп ятыр инем, тип уйлап эсем бошоп ала йыш ҡына...”
(Сибай ҡалаһынан Илнараның һөйләгәндәренән).
Фото: hochyvseznat.ru
Читайте нас