Мөхәббәт баҡсаһы
17 Май 2020, 07:40

“Оҙаҡ көттөрҙөммө? Ғәфү ит!”

- Ҡасандыр шундай бәләгә тарый яҙмаһам, бөгөнгө бәхетем булмаҫ ине...

Ғаилә ҡорған парҙарҙың һәр береһенең ғүмерлек юлдашы менән танышыу тарихы бар. Уларҙың һәммәһе үҙенсәлекле, һәр ҡайһыһы ҡабатланмаҫ.
Был юлдарҙы яҙыуым күптән түгел бер һабаҡташымдың әйткәндәренә бәйле. “Булмаҫ ине әлеге бәхетем, әгәр ҡасандыр бәләгә тарый яҙмаһам”, – тине ул. “Ниңә улай тиһең?” тигән һорауға: “Маратҡа кейәүгә сыҡҡаныма һис үкенмәйем. Ә уның менән танышыуыма бер күңелһеҙ хәл сәбәпсе булды”, – тип яуапланы.
...Студент йылдарында, үткән быуат аҙағында, әхирәте Ләйсән Гөлназдан туҡталышта ҡаршы алыуын һәм ауыл һый-ниғмәте менән тулы ауыр сумкаларын ятаҡҡа тиклем күтәрешеп алып барыуын һораған. Ҡыҙ, әлбиттә, ризалашҡан һәм кәрәкле ваҡытта кәрәкле урынға килгән. Тик туҡталышта бер аҙ көтөп торғас, эргәһенә өс һуҡмыш егет килеп баҫҡан. Уларҙың берәүһе: “Әйҙә, сибәр ҡыҙ, танышайыҡ”, – тип Гөлназға яҡынлаша башлаған. Ә ҡалған икәүһе, уны хуплап, көлә башлаған. Ҡапыл ҡайҙандыр бер егет килеп сығып: “Оҙаҡ көттөрҙөммө? Ғәфү ит”, – тип өндәшкән һәм ҡосаҡлап алған. “Юҡ, оҙаҡ түгел, бары ун минут”, – тип яуаплаған ҡыҙ, аптырап ҡалмаған...
Теге әҙәмдәрҙән ҡотҡарған егет үҙҙәренең ятағында йәшәгән Марат булып сыҡҡан. Гөлназ уны быға тиклем күргән-күреүен, әлбиттә, тик артыҡ иғтибар итмәгән. Ә туҡталыштағы ошо хәлдән һуң ике йыл үткәс, бер-береһен яратҡан йәштәр ҡауышҡан. Хәҙер улар – өс балаға бәхетле әсәй һәм атай. Бына шулай: Гөлназ әйтмешләй, бәхетһеҙлек бәхеткә юл асҡан. Ә һеҙ ғүмер юлдашығыҙ менән нисек таныштығыҙ?
Фото: rsute.ru.
Читайте нас