Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
27 Июнь 2020, 10:30

“Телефон кәләшле итте...”

Кеше һөйләһә, ышанмаҫ та инем. Бынан ике йыл элек...

Был ваҡиғаны уйлап та сығарып булмаҫ. Кеше һөйләһә, ышанмаҫ та инем. Бынан ике йыл элек...
Арыттырған, телевизор ҙа ҡарағы килмәй, һүндерҙем дә йоҡларға ятырға әҙерләнәм. Иртән иртүк торорға кәрәк. Ҡапыл телефон "һайрап" ебәрҙе. Таныш түгел номер. Алырғамы, юҡмы? Алдым. Ҡатын-ҡыҙ тауышы:”Сәйфетдин?” “Юҡ, Марат”,- тим. Аңлаштыҡ, баҡһаң, ул күптән аралашмаған ике туған ағаһын эҙләй икән. Яҡын туғандары ауырып киткән, мотлаҡ хәбәр итергә кәрәк. Телефон номерын нисек иҫендә ҡалдырған, шулай йыйған.
Иртәгәһенә яңы танышыма шылтыратмай булдыра алманым: ағаһын таптымы икән? Һүҙҙән һүҙ сығып, оҙаҡ ҡына әңгәмәләштек. Мин уны күрмәһәм дә, алсаҡлығын, һөйләшеүен, көлөүен үҙ иттем, телефон аша ла кешене оҡшатып була икән. Икебеҙҙең мәнфәғәттәрҙә уртаҡлыҡтар барлығы асыҡланды. Ә бына осрашырға оҙаҡ ҡына ҡыйманым. Юҡҡа хәүефләнгәнмен, тәүге осрашыуҙа уҡ бер-беребеҙҙән башҡа йәшәй алмауыбыҙҙы аңланыҡ.
Өйләнештек, тормош йәме – әсәһенә һыу тамсыһындай оҡшаған ҡыҙыбыҙ үҫә. Нимә әйткем килә? Кеше үҙенең мөхәббәтен ҡайҙа табасағын бер ҡасан да белмәй. Әгәр ҙә теге ваҡытта телефонды алмаһам, мин уны осрата алыр инемме?..
Фото: Love-is.org.
Читайте нас: