Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
28 Июнь 2020, 19:00

Земфира Байбулдина нисек кейәүгә сыҡҡан?

Ике аҙна аралашҡандан һуң хәл иткес һөйләшеү булды. "Һин үҙеңдән туғыҙ йәшкә өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙға, мәҫәлән, миңә өйләнер инеңме?" – тип һораным...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле алып барыусы Земфира Байбулдина социаль селтәрҙәге дуҫтарына ғаилә ҡороу тарихын бәйән итте. Был һеҙгә лә ҡыҙыҡлы булыр моғайын.
“Беҙҙең тарих башҡаларҙыҡына оҡшамаған. Бер ниндәй романтика ла, йөрәк серҙәрен бүлешеү ҙә булманы. Бары тик бер һөйләшеү генә...
Ул һөйләшеүгә тиклем беҙ Рәдиф менән ике генә ай таныш инек. Минең билдәлелеккә ҡарамаҫтан (йылмайған смайликтар), ул, баҡтиһәң, мине бөтөнләй белмәгән икән. Бер мәл шулай редакцияла күреп ҡалғас, кем булыуым менән ҡыҙыҡһынған. “Һин уны белмәйһеңме ни? Был бит – Байбулдина, барлыҡ концерттарҙы тиерлек алып барыусы, уны гел генә телевизор экрандары аша күрһәтәләр. 30 йәштә икәнен дә белеп ҡуй”, - тигәндәр.
Әммә был һүҙҙәр Рәдифте туҡтатмаған, һәм ул минең менән танышты. Ике аҙна аралашҡандан һуң баяғы хәл иткес һөйләшеү булды.
- Һин үҙеңдән туғыҙ йәшкә өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙға, мәҫәлән, миңә өйләнер инеңме? – тип һораным.
- Әлбиттә, өйләнер инем. Әгәр ул миңә кейәүгә сығырға риза булһа...
- Мин риза.
Бына шулай башланды беҙҙең ғаилә тормошо.
Әлбиттә, беҙҙең никахҡа шик белдереүселәр, мөнәсәбәттәрҙең етди һәм оҙайлы булмауына, йәш айырмаһына баҫым яһаусылар күп осраны. Мин бер кемде лә тыңламаным. Йөрәгем менән дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүемде һиҙә, аңлай инем.
Һәм бына 15 йыл бергә. Ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтә, балалар үҫә, ә беҙ тормоштоң йәмен, һәр мәлдең ҡәҙерен белеп йәшәргә тырышабыҙ”.
Земфира Байбулдина менән Рәдиф Зариповтың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Талантлы атай менән әсәй балаларын да һәр яҡтан үҫтерергә, үҙҙәренә лайыҡлы алмаш итеп тәрбиәләргә тырыша. Земфира бәләкәй ҡыҙы – сәләмәтлеге йәһәтенән үҙенсәлекле бала Сафияны тәрбиәләү йәһәтенән дә күп әсәйҙәр өсөн өлгө булып тора.

Фото З. Байбулдинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас: