Айгөл менән Радмир бәләкәйҙән бергә уйнап үҫте, бер йортта торғас ни, барыһы таныш, барыһы ла ҡәҙимге. Үҫмер саҡта уҡ ҡыҙ уның менән ҡасан да булһа тормош ҡорасағына ышанып йәшәне.
Мәктәпте тамамлағас, Радмир авиация университетына уҡырға инде, Айгөл дә ҡалышманы, киләһе йылына ул да студент булып китте. Ғүмер ағын һыуҙай үтә генә! Уларҙың осрашып йөрөүҙәренә лә туғыҙ йыл үтеп киткән, инде биш йылын бергә йәшәйҙәр. Тик егеттең генә никахлашыу тураһында әйтергә әллә ҡыйыулығы, әллә теләге етмәй. Быйыл бергәләп ял итергә тәүәкәлләнеләр, бәлки, шунда һөйгәне мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү тураһында һүҙ ҡуҙғатыр...
Тик быйылғы ял көйөнөс кенә килтерҙе. Айгөлгә һөйгәненең башҡа ҡыҙ менән мауығыуын осраҡлы белеп ҡалғас, ялға китергә тип әҙерләгән сумаҙандарын кире бушатырға тура килде. Радмир эҫе ҡомда һылыуҡайы менән ҡыҙынғанда, Айгөл күҙ йәштәре һәм ҡайғыһы менән яңғыҙы бүлмәлә ҡалды...
Көндөҙ фатирға кемдер шылтыратҡас, ҡыҙ һиҫкәнеп килеп ултырҙы. Кем булыр икән? Ишектә таныш булмаған ирҙең асыуланып нимәлер аңлатырға тырышыуынан үҙенең күршеһе фатирын һыу менән баҫыуын ғына аңлай алды. Ниндәй кран, ниндәй һыу? Кешелә ниндәй ҙур ҡайғы, өсөнсө көн бит инде һөйгәненең ташлап китеүенә. Аҫҡа ҡатта йәшәгән яңы күршеһе кухнялағы проблеманы хәл иткәс, артыҡ һүҙ ҡуйыртмай ғына сығып китте. Айгөл уның хаҡында шунда уҡ онотто. Икенсе көндә уның быҙауҙай эт менән сығып килеүен күреп, ҡыҙ үҙһенмәй генә уны “сәнстереп” алды.
Эшкә тәү тапҡыр йыйынған иртәлә ямғыр яуып үтте. Ишек алдында ҡуҙғалырға торған машина тәҙрәһенән берәү ҡул болғай, йәнәһе, ултыр, илтеп ҡуям! Һәйбәт булыр, тәүге көндә үк һуңлау килешмәҫ, тип уйланы Айгөл. Бәй, әлеге лә баяғы һөмһөҙ күршеһе икән. Ҡыҙ кинәт кенә боролоп, туҡталышҡа ыңғайлайым тип ынтылғанда, теге машина ҡыялатып эргәһенә килеп туҡтаны, тик күләүектәге һыу менән апаруҡ ҡойондорорға өлгөрҙө. Ни эшләйһең инде, буйһоноуҙан башҡа сара юҡ.
Оҙаҡ ҡына күрешмәй торғандан һуң, ҡыҙ уның юлда һис тә осрамауына бер аҙ аптыраны. Бәлки, фатирын алмаштырғандыр? Кисен магазинда күреп ҡалғас, хатта шатланып ҡуйҙы, күршеһе иҫән-һау! Баш ҡағып ҡына иҫәнләштеләр. Бер аҙнанан подъезда тап иткәс, Айгөл уның бик яғымлы, ипле икәненә иғтибар итте. Һөйләшеп киттеләр. Баҡһаң, уларҙың уртаҡ сифаттары, яратҡан шөғөлдәре ифрат күп икән.
Йәмил тимерҙе ҡыҙыуында һуҡты, ярты йылдан һуң “өйләнешәйек” тип тәҡдим яһаны. Баҡһаң, бер-береңде һынау, тәҡдим яһау өсөн бер ҙә 9 йыл ғүмерҙе әрәм итеү кәрәкмәй икән. Һине ысынлап яратҡан кеше ваҡытты һуҙмай, бергәләп ғүмер итеү тураһында хыяллана. Һәр хәлдә, бәхетле Айгөл менән Йәмил шулай уйлай.