- Тырышырмын…- тигән булды тегенеһе. Ләкин мөхәббәтте ауыҙлыҡлап була мени – Карина һөйгәнен бер нисек тә үҙенән этәрә алманы. Үҙенең Зифҡәт менән бер көн дә осрашмай тора алмаҫын, уны Хоҙай үҙенә насип иткән йәре икәнен бар йөрәге менән тоя шул.
Егет инде Карина янына ғына килә, уның менән айырым ғына осраша башланы. Кәримә асыуынан шартлар хәлгә етһә лә, тешен ҡыҫып сыҙарға, кисерештәрен башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышты, шулай ҙа һыңарына йыш ҡына ҡаты бәрелгеләп алғыланы. Үҙенә лә хәстәханала эшләп йөрөгән Таһир исемле егет бәйләнеп йөрөй ине. Ҡыҙ уны оҡшатмаһа ла, Зифҡәттән бер аҙ һыуынмаҫмынмы тип, егет менән осраша башланы. Ләкин яратмаған кеше менән күрешеп йөрөү киреһенсә янған йөрәгенә ялҡын ғына өҫтәне. Таһирҙы Зифҡәт менән һәр саҡ сағыштырып ҡарап, мөхәббәттән томаланған күҙе менән һуңғыһын күпкә юғары итеп күрҙе. Нисек тә Зифҡәтте ҡулға төшөрөү, уны үҙенеке итеү теләге ҡыҙҙың йөрәген көндән-көн ялмай барҙы. “Мине лә ул оҡшата ине егет, Карина булмаһа миңә генә бәйләнер, миңә генә мөхәббәт һүҙҙәре һөйләр ине. Нисек тә араларын боҙорға, егетте ҡайтанан үҙемә ҡаратырға”, -тигән уй менән башында төрлө пландар ҡорҙо. Бер көндө ул, Каринаның бер яңғыҙы өйҙә булыуын ғына тап килтереп, Таһирҙан телефон аша фатирҙарына килеүен һәм унда үҙен көтөп ултырыуын һораны. Күпмелер ваҡыт үткәс, Зифҡәткә лә шылтыратып, тауышын үҙгәртеп: “Һинең Карина башҡалар менә сыуала, ә һин, мәмәй ауыҙ, шуны ла белмәй йөрөйһөң. Ышанмаһаң, хәҙер үк фатирҙарына бар – үҙ күҙҙәрең менән күрерһең”, -тине.
Кәримәнең “айт” тигәненә “тайт” тиергә әҙер генә торған Таһир шунда уҡ уларҙың фатирына йүгерә. Карина егетте сәй эсергә ултырта. Бер аҙҙан ярһып, Зифҡәт килеп инә. Ул һөйгәне янында ят егетте күреп, шунда уҡ бер ни аңғармай сәй эсеп ултырған Таһирға ташлана. Егеттәрҙең араларына ынтылған Каринаны бар көсө менән этеп ебәрә лә, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты алып Таһирҙың күкрәгенә ҡаҙай. Ә Карина башы менән газ плитәһенә бәрелеп, иҫәнгерәп иҙәнгә тәгәрәй.
Береһенең күкрәгенән, икенсеһенең башынан аҡҡан ҡанды күреп кенә ни эшләп ташлағанын аңғарып ҡала егет. Ул урамға йүгереп сығып, телефон будкаһын эҙләп таба ла, тәүҙә “Тиҙ ярҙам”ға, аҙаҡ милицияға шылтырата һәм уларҙың килгәнен подъезд алдында көтөп ултыра.
Кәримә өйөнә ҡайтып, “Тиҙ ярҙам” машинаһына Карина менән Таһирҙы тейәгәндәрен һәм милиционерҙар үҙҙәре менән ҡулына бығау кейҙерелгән Зифҡәтте ултыртҡандарын күргәс кенә ниндәй оло бәлә тыуҙырғанын аңлап ала. Үҙ ғәйебенән үҙе өркөп, хатта һыңарының хәлен белешергә лә баҙнат итмәй ҡыҙ.
Врачтар Таһирҙы ҡотҡарып ҡалды, ә бына Карина ике ай самаһы иҫенә килә алмай хәстәханала ятты. Элек көндәше итеп күреп, хатта уның үлемен теләгән осраҡтары ла булғылағайны Кәримәнең. Хәҙер килеп Каринаның ғүмере өсөн бик ҡурҡты. Ни тиһәң дә ул үҙенең бер һыңары, тыуғандан алып бер айырылғыһыҙ тормош кисергән үҙ яртыһы ине бит. Каринаның ғүмере өҙөлөп ҡуйһа, унда үҙен генә ғәйепләйәсәген һәм енәйәтте ғүмер буйы йөрәген өйкәйәсәген дә аңлай ине ҡыҙ. Ә бына врачтарҙан Каринаның ауырлы булыуын ишеткәс, көнсөллөк хисе тағы йөрәген тырнарға тотоноп күңеле менән уның терелеп сығыуын бик үк теләмәй башланы. Зифҡәт үҙ ғәйебен үҙе танып торғас, енәйәт эшен тикшереү оҙаҡҡа һуҙылмай судҡа тапшырылғайны. Уныһы Каринаның иҫенә килгәнен дә көтөп тормай, ҡарар сығарып, егетте 5 йылға иркенән мәхрүм итеп тә ҡуйҙы.
Зифҡәттең Каринаны яратҡанын һәм 5 йыл эсендә уның ғәйепһеҙ икәнен нисек тә белдереп, инде балаһы ла булғас, һыңарына барыбер өйләнеп ҡуясағын аңлай ине Кәримә. Шуға ла юлдарына тағы ла кәртә ҡороу уйы менән яна башланы ҡыҙ.
Мөхәббәттән тыш Карина менән Зифҡәттең араһын бәйләүсе иң ныҡлы еп бала буласағын төшөнөп, Кәримә унан ҡотолоуҙы хәстәрләп дауалаусы врачтан һыңарының ауырын төшөрөүҙе талап итте. Йәнәһе, ул үҙе лә әсә булырға теләмәй ине, атай тейешлеһе лә оҙаҡҡа төрмәгә ултырҙы, шундай бәләгә тарыған кешенең балаһы ла барыбер зәғиф булып тыуасаҡ. Ләкин врач: “Беҙ пациенттың үҙ ризалығынан тыш быны эшләй алмайбыҙ”,- тип аборттан ҡырҡа баш тартты. Кәримә уны нисек ризалатайым тип йөрөгәндә Карина аңына килде. Ләкин ул үҙенең кем икәнен дә, үткәнен дә хәтерләй алмай ине. Хәстәханала тағы ла ай самаһы ятҡырҙылар уны. Балаһын тапҡас ҡына Кәримә йәш әсәне өйөнә алып ҡайтты.
Каринаның үҙ исемен дә белмәүе, ара-тирә икеләнеп тә ҡуйыуы Кәримәлә үҙе бик шәп тип уйлаған фекер тыуҙырҙы. Ул һыңарының башына төшкән бәләне файҙаланып ҡалырға һәм Каринаның исемен үҙләштерергә булды. Бала ла шул исемгә яҙылған, уны ла үҙе тәрбиәләйәсәк. Таныш-белештәре кемдең Кәримә, кемдең Карина икәнен ныҡлы белмәй, барыбер бутап йөрөтә. Өләсәйе менән әсәһенә был аҙымды баланы атаһыҙ ҡалдырып, йәтим үҫтермәҫ өсөн кәрәк, сөнки Зифҡәт иҫәргә өйләнмәйәсәк, тип аңлатыр.
Ҡыҙ уйлағандарын тиҙ арала тормошҡа ашыра һалды. Кәримә булып эшенән сығып, Карина булып декрет отпускаһына ла китте. Аңды-туңды аңламаған һыңарына үҙ исемен йәбештереп, “Кәримә” тип өндәшә башланы.
Сабый игеҙәктәрҙең тормошон матур итеп биҙәп ебәрҙе. Үҙе тапмаһа ла, туғаныныҡы, һөйгән кешеһенеке лә булғас Кәримә лә уны шунда уҡ яҡын итте. Карина сабыйҙы имеҙҙе, ә уны тәрбиәләүҙе Кәримә үҙ өҫтөнә алды. Тыуыуы тураһындағы таныҡлығына ла үҙенә оҡшаған “Зөфәр” исемен яҙҙыртҡайны ул. Һыңарына инвалидлыҡ үҙ исеменә бирелгәйне. Тырыша торғас, уны “Кәримә” исеменә күсертә алды. Теле асылғанда үҙенә “әсәй”, ә Каринаға “апай” тип өндәшергә өйрәтте Зөфәрҙе Кәримә.
Әммә бала байтаҡ ҡына ваҡыт уның әйткәненең киреһен эшләп булашты. Карина ла быға ризалашмайыраҡ торһа ла, тиҙ күндерҙе һыңары уны.
Оҙаҡламай, яңғыҙ әсә лә, инвалид тәрбиәләгән кеше лә булараҡ, “Карина” социаль фатир алыуға иреште. Башҡа килер урын булмағас, бала аҡсаһы, инвалидлыҡ пенсияһы йәшәү өсөн таҡы-тоҡо ғына булып ҡала ине. Кәримәгә декрет отпускыһы тулыр-тулмаҫтан Каринаның документтары менән поликлиникаға эшкә урынлашырға тура килде. Ваҡыты-ваҡыты менән икеләнеп алһа ла, Карина баланы ҡарап торорлоҡ ҡына хәлдә ине. Каринаны поликлиникаға тикшереүгә йөрөткәндә Кәримә Айрат исемле психоневролог менән танышып алғайны. Эшкә урынлашҡас, был урта йәштәрҙәге буйҙаҡ врач уға асыҡтан-асыҡ уға бәйләнә башланы. Күпмелер ваҡыт үткәс, Кәримә уға бирелде лә ҡуйҙы. Ҡыҙ көйөнә балалы әсә булып та йөрөп булмай, тәбиғәт тә үҙенекен талап итә ине бит инде. Айратҡа һөйәркәһе бик оҡшап ҡалды – уға үҙенә кейәүгә сығырға уҡ тәҡдим итә башланы. Кәримәнең уйы ла башҡа, уйында ла башҡа кеше ине шул. Шуға ла төрлө сәбәптәр табып, һөйәренең тәҡдимен кире ҡаға килде, ә бына бүләк-фәләненән, башҡа ярҙамынан баш тартырға ашыҡманы. Адресын белеү маҡсатында Зифҡәттең ата-әсәһен дә эҙләп тапты ул. Кем һәм ни сәбәпле улдарының төрмәгә эләккәнен белгән атай менән әсәй тәү күреүҙә үк Кәримәне мөрхәтһенмәй, һөйләшергә лә теләмәнеләр. Әммә Зөфәрҙе эйәртеп барғас, ейәндәрен күреү уларҙың күңелен шунда уҡ иретеп ебәрҙе. Зифҡәттең адресын биреп, әллә күпме күстәнәс тоттороп, ҡунаҡҡа килеп торорға саҡырып оҙатты улар “килендәре” менән ейәндәрен.