Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
16 Ноябрь 2020, 00:45

"Яратмайынса йәшәгәнсе..."

Улар төндә ауылдан сығып ҡасты. Икеһе лә ғаиләле, берешәр балалары буй еткерә...

Илһам менән Нуриҙәнең төн уртаһында ауылдан сығып ҡасыуын төрлөсә баһаланылар.

Йәшерен-батырын күпме йөрөргә мөмкин, ситтә иркен бит, рәхәтләнһендәр” тип берәүҙәр әсе телләнһә, “яратмайынса йәшәгәнсе, үлемең мең артыҡ, ҡауышып дөрөҫ эшләнеләр” тип икенселәр ҡасҡындарҙы хупланы. Икеһе лә ғаиләле, берешәр балалары буй еткерә бит...

...Бер йыл Илһам ағайҙы район үҙәгенән ауылыбыҙға хәтлем ултыртып алып ҡайттым. Пенсия йәшендә булһа ла, әллә ни өлкәнәймәгән. Кәйефе көр күренә. Нуриҙәһен йыш телгә алды, ҡыҫҡаһы, яҙмышынан ҡәнәғәт. Һөйләшә торғас, һүҙҙең ебе барыбер ҙә теге ваҡытта бөтә ауылды тетрәткән сәйер ваҡиғаға барып терәлде.

"Күҙ алдына килтерәһеңме, баш һуҡҡан яҡҡа сығып киткәндән алып тыуған ауылыбыҙға теүәл егерме йыл ҡайтманыҡ, – тине ул. – Икебеҙҙең дә ҡулында берешәр генә сумка ине, һөйгәнемдең ҡыҙын әсәһе аҙаҡтан килтерҙе, ә минең улым ҡатынымда ҡалды. Ситтә тормошто өр-яңынан ҡорҙоҡ. Тырышлыҡ бар кәртәләрҙе еңергә булышлыҡ иткәндер. Юҡ, иң мөһиме - бер-беребеҙгә ҡайнар мөхәббәт булғандыр, шул киләсәккә өмөттө һүндермәне. Һис тә үкенмәйем, уртаҡ ике балабыҙ тыуҙы".

Нуриҙә Илһамдың беренсе мөхәббәте булған, ҡыҙ ҙа уны ныҡ яратҡан, ләкин йәштәр ваҡытында бер-береһе менән ҡауыша алмаған. Егет әрме хеҙмәтен үтәгән саҡта Нуриҙәне ата-әсәһе көсләп тигәндәй таныштарының улына кейәүгә биргән. Армиянан ҡайтҡан Илһам ни эшләһен? Ауырға ҡалған класташын кәләш итеп алып, тыныслыҡ табырмын тип уйлаған, тик...

Бер-береһенә хис-тойғоноң ошо йәштә лә һүрелмәүенә шатландым, бәхетле ғүмер итеүҙәре һоҡландырҙы. Башҡалар, бәлки, икенсе төрлө фекер йөрөтәлер. Әммә, ни тиһәң дә, мөхәббәт мөхәббәт шул ул — көсөн, хикмәтен аңлап бөтөү мөмкин түгел...

Фото: funzz.ru

Читайте нас: